Йәмғиәт Общество
29 Апреля , 06:59

Байыштар даланлы

"Республика Башҡортостан" Нәшриәт йорто 2026 йылдың тәүге яртыһына республика, ҡала һәм район баҫмаларына яҙылғандар араһында бүләктәр уйнатты. Еңеүселәр исемлегендә райондашыбыҙ, Байыш ауылынан  Әнүәр ағай Ғүмәров та бар. Ул "Ейәнсура таңдары" район гәзитенә һәм "Башҡортостан уҡытыусыһы" республика журналына яҙылып, төп приздарҙың береһе - робот-пылесос отто.

– Гәзит-журналдарға яҙылмай ҡалмайбыҙ. Айырыуса башҡорт телендә сыҡҡан район гәзитен көтөп алабыҙ, яратып уҡыйбыҙ, – ти Әнүәр Ғәббәс улы.

Әйткәндәй, байыштар йыш ҡына бүләк отоп тора. 2019 йылда Ваһаповтар "Ейәнсура таңдары" һәм "Аманат" журналына яҙылып, ноутбук отҡайны. 2023 йылда Зифа Йәркәева "Ейәнсура таңдары"на, "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына яҙылып, шулай уҡ ноутбук отто. Былтыр Әлфирә апай Ниғмәтуллинаның өлөшөнә лә ноутбук сыҡты!

Дуҫтар, һеҙ ҙә бүләкле була алаһығыҙ! Бының өсөн исемлектәге ваҡытлы баҫмаларға яҙылып (бер район, бер республика), Матбуғат йорто, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, адресы буйынса "Яҙыл да бүләк от" тип яҙып ебәрергә генә кәрәк.

Баҫмалар исемлеге менән сайтта rbsmi.ru, rbsmi.ru/catalog/, почта бүлексәләрендә һәм сайтта таныша алаһығыҙ.

Автор:Айгуль Клысбаева
Читайте нас