Башҡортостанда йәшәүсе 5700 ветеран Путиндың Еңеү көнө менән ҡотлауын аласаҡ

Еңеү көнө алдынан почтальондар Башҡортостан ветерандарына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлауҙарын еткерәсәк, тип хәбәр иттеләр Федераль почта элемтәһенең БР буйынса идаралығында.

2 майҙан 8-нә тиклем почтальондар бөтә республика буйынса 5700-ҙән ашыу хат тапшырасаҡ. Рәсәйҙә дәүләт башлығының бөтәһе 259700 самаһы шәхси ҡотлауҙары тапшырыласаҡ.

Хатта Владимир Путин ҡул ҡуйған Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 81 йыллығы менән ҡотлау открыткаһы бар.

Федераль почта элемтәһенең Башҡортостандағы идаралығында билдәләүҙәренсә, почта хеҙмәткәрҙәре ветерандар, байрам көндәрен ҡайҙа үткәреүҙәренә ҡарамаҫтан, ҡотлауҙарын алһын өсөн бар көсөн һаласаҡ.

Фото: пресс-служба | УФПС в РБ

Читайте нас