

Автоһәүәҫкәрҙәр «Башнефть» компанияһынан май айында «бүләк» алды. Заправкаларҙа яғыулыҡ тағы ла ҡиммәтләнде. Иң популяр бензин төрҙәренең хаҡы 10 тингә артты. Хәҙер АИ-92 бензинының бер литры – 61,85 һумға, АИ-92 ATUM – 63,2 һумға, АИ-95 – 65,95 һумға, АИ-95 ATUM 67,2 һумға төшә. Дизель яғыулығы нығыраҡ – бер юлы 30 тингә ҡиммәтләнгән, хәҙер уның бер литры 74,9 һум тора. АИ-100 маркалы бензиндың хаҡы үҙгәрмәгән.
Был компания заправкаларында май айындағы тәүге һәм йыл башынан алып унынсы тапҡыр хаҡ артыуы.
“Лукойл” компанияһының заправкаларында шулай уҡ хаҡтар артҡан. Мәҫәлән, АИ-92 маркалы бензин 64,12 һум (+20 тин) тора, АИ-95 – 68,94 68,68 һум, (+26 тин), АИ-100 95,54 һум (+20 тин), дизель яғыулығының хаҡы үҙгәрмәгән — бер литры 77,18 һум.
Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»