

Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова матбуғат конференцияһында хәбәр итеүенсә, 1 майға ҡарата төбәк предприятиеларында иң дефицитлы эшсе һөнәре – слесарь. Төбәктең мәшғүллек үҙәктәре 1846 асыҡ вакансия тәҡдим итә. Артабан водителдәр талап ителә – 1835 вакансия. Электромонтерҙарға ихтыяж ҙур – 749 вакансия. Шулай уҡ хеҙмәт баҙарында ашнаҡсылар күп эҙләйҙәр – 400 вакансия.
Эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү өсөн «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» оҫталыҡ конкурстары үткәрелә. Хәҙер төбәктәрҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда, 25 төп эшсе һөнәр (иретеп йәбештереүселәр, машинистар, агрономдар, ашнаҡсылар һ.б.) буйынса конкурс һайлап алыуҙары үтә. Федераль финал (бөтә Рәсәй) 2026 йылдың III кварталында үтәсәк. Еңеүселәр 1 миллион һум; 500 мең һум; 300 мең һум күләмендә аҡсалата премиялар аласаҡ. Быйыл был конкурста «Икенсе старт» махсус номинацияһы индерелде, ул МХО ветерандары өсөн тәғәйенләнгән.
Фото: Валерий Шахов | ИА «Башинформ».