Иң ҡатмарлы хәл Учалы урмансылығында һаҡлана, унда урман янғыны дауам итә. Янғын 8,9 гектар майҙанда локалләштерелгән. Янғын һүндереүҙә 14 кеше һәм 5 берәмек махсус техника ҡатнаша.
Ведомствола билдәләүҙәренсә, янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып – 8 апрелдән 18 майға тиклем – республиканың урман фондында дөйөм майҙан 64,5 гектар тәшкил итәкән ете урман янғыны теркәлгән. Янғындарҙың күпселеге, ведомство мәғлүмәттәре буйынса, кешеләрҙең ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында сыҡҡан.
Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы республика халҡын һәм ҡунаҡтарҙы урмандарға барғанда иғтибарлы булырға һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра. Ҡағиҙә боҙоусыларға штрафтар янай: граждандарға — 60 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләргә — 110 меңгә тиклем, юридик шәхестәргә — 2 миллион һумға тиклем.
Урманда йәки урман массивтары янында төтөн йәки ут күрһәгеҙ, БР урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса хәбәр итергә кәрәк.