+16 °С
Облачно


Республикала «Һуңғы ҡыңғырау» байрамы көнөндә, 26 майҙа, алкоголь һатыу тыйыла, тип хәбәр итә БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ҡарар күмәк тантаналар ваҡытында хәүефһеҙлек һәм тәртип тәьмин итеү маҡсатында ҡабул ителде. Йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларына был сикләү ҡағылмай, тип өҫтәнеләр ведомствола.
Һуңғы ҡыңғырау Башҡортостандың 50 мең сығарылыш уҡыусыһы өсөн яңғыраясаҡ.