

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса, «һабан байрамын» тәүгеләрҙән булып Әбйәлил, Ғафури, Йылайыр, Ҡалтасы һәм Күгәрсен райондары аграрийҙары билдәләй.
Киләһе аҙнала, 6 июндә, һабантуйҙар республиканың 20 районында үтәсәк. Улар араһында – Әлшәй, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баҡалы, Бишбүләк, Бүздәк, Бөрйән, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Мәләүез, Миәкә, Өфө, Учалы, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә һәм Яңауыл райондары.
Һабантуйҙар миҙгеле июлдә генә тамамлана.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һабантуйҙар уҙғарылған көндәрҙә Башҡортостан райондарында алкоголь һатыу тыйыла.