

1 июнь – Төньяҡ флот көнө
Диңгеҙ төпкөлдәрен гиҙгән моряк
Иҫәнғол ауылында йәшәгән Сабир Бикбаев алыҫ Төнъяҡ диңгеҙҙәге хеҙмәтенең хәтирәләре менән уртаҡлашты
Сабир Ғәзиз улы Һаҡмар мәктәбенең 10-сы класын тамамлағас Новосибирск хәрби училищеһына уҡырға барырға ниәтләй. Әммә ҡатмарлыҡтар тыуып, уҡыу урынына тыуған ауылында товаровед булып эшкә сығырға мәжбүр була. Күрәһең, диңгеҙ үҙ морягын көткәндер. Ул 1959 йылдың көҙөндә хәрби хеҙмәткә Архангел өлкәһенең Северодвинск ҡалаһына юллана. Тәүҙә хәрби диңгеҙ флотының уҡыу үҙәгендә бер йыл «Энергетика ҡоролмаларын эксплуатациялау» тигән һөнәрҙе үҙләштерә. Уҡыуҙы тик “бишлегә” тамамлаған белгесте Мурманск өлкәһенә атом һыу аҫты кәмәләре дивизионына ебәрәләр. Ул ваҡытта Төнъяҡ флотында сафта өс кенә атом кәмәһе була: икәүһе торпеда, берәүһе ракеталы ҡоролмалдар менән.
- Һалдаттарҙы тәьмин итеү лайыҡлы ине – һәйбәт сухпаектар эләкте, ундайҙарҙы башҡа күргәнем булманы, – тип көлөп иҫләй Сабир олатай. – Әммә хеҙмәт шәкәр кеүек тойолманы. Атом сәнәғәте, һыу аҫты кәмәләре яңы барлыҡҡа килгән саҡ ине. Ҡаты шарттарҙа хеҙмәт итергә тура килде. Диңгеҙгә походтар бер айҙан өс-дүрт айғаса дауам итте. Һыу өҫтөнә төндә генә сыға торғайныҡ. Ҡалҡҡан һайын, һәр отсектан ике генә морякка саф һауаға сығырға рөхсәт ителә ине. Тәбиғи һауа, кислород танһыҡ булды. Шул ваҡыттан мин яҡшы беләм – һауаның тәме лә, еҫе лә бар.
Сабир олатай һөйләүенсә уларҙы диңгеҙ ауырыуына күнегергә өйрәтеү өсөн бер өҫкә күтәрәләр, бер тәрәнгә төшәләр. Һөҙөмтәлә, бер-нисә хеҙмәттәше һынауҙарҙы үтә алмай, ярға оҙатыла – ундайҙарға башҡа диңгеҙҙә эшләргә рөхсәт итмәйҙәр.
- Бер тапҡыр атом һыу аҫты кәмәһендә аварияға осраныҡ. Боҙ ярып бара инек корпуста тишек барлыҡҡа килде. Бүлек эсендәге баҫым үҙгәрҙе, кәмәгә ҙур йылылыҡ шартлауы (угроза теплового взрыва) хәүефе янай башланы. Беҙ энергия ҡоролмаларын эш торошонан яйлап сығарып, һыуындырып саҡ иҫән ҡалдыҡ. Аҙаҡ радиация тьәҫиренән дауаланырға ебәрҙеләр. Ә былай моряк тормошо оҡшай торғайны, эргәлә генә Норвегия, Финляндия, уратып алған диңгеҙ хайуандары. Төнъяҡ флоттағы биш йыл хеҙмәт тиҙ үтеп китте, – тип алыҫта ҡалған йәшлеген иҫкә ала Сабир Бикбаев.
Әйткәндәй, беҙҙең райондан Сабир Ғәзиз улы менән Ибрайҙан Рамаҙан Мырҙабаев тәүгеләрҙән булып атом һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт итеүсе моряктар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рамаҙан Хәмзә улы бөгөн арабыҙҙа юҡ. Ә Сабир олатай 87-се йәшенә баҫҡан, район үҙәгендә йәшәп ятҡан райондашыбыҙ. Ул моряк тормошонан һуң БДУ-ның дипломын алып, оҙаҡ йылдар район мәктәптәрендә тарих дәрестәре алып бара, аҙаҡ РАНО ла эшләй. Күп маҡтау грамоталарына һәм педагогик хеҙмәте өсөн миҙалдарға эйә.
Сабир Ғәзиз улы тормош иптәше Наилә Фәйез ҡыҙы менән ике ул үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа сығарғандар. Айрат һәм Ринат та педагогтар, береһе Яңы Петровкала, икенсеһе Өфөлә йәшәй.
- Быйыл, Алла бирһа, августа Наилә менән ғаилә ҡорғанға 60 йыл буласаҡ. Ике бүләбеҙ ҙә бар инде, – тип ҡыуанысы менән бүлешә Сабир олатай беҙҙе оҙатҡанда.
Ғүмеренең күп йылдарын мәғәриф өлкәһенә бағышлаған Сабир Бикбаев ил рубеждарын һаҡлауын бер ҙә онотмай. Моряк диңгеҙ тураһында йырҙарҙы иҫкә төшөрҙө, форсаты булғанда «Дуҫлыҡ» паркында райондаш диңгеҙселәр хөрмәтенә ҡуйылған стела эргәһенә барып әйләнгәнен әйтте. Унда йыл да байрамдарында төрлө йылдарҙа тыуған илебеҙҙең икһеҙ-сикһеҙ сик буйы акваторияларын ҡыҙырған ир-егеттәр йыйыла, һәйкәлгә сәскәләр һала. Шулар араһында районыбыҙҙың тәүге “подводнигы” Сабир Бикбаев та була.
Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.