

Бөгөн Башҡортостандың 20 районында һабантуй гөрләне. Шул иҫәптән Ейәнсурала. Быйыл да Иҫәнғол ауылының "Аҡ сатыр" паркында был сара бик сағыу үтте.
Ейәнсуралар мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йола буйынса йыр-моң, милли аш-һыу менән ҡаршы алды. Тантаналы өлөштә алдынғы хеҙмәтсәндәр һәм төрлө өлкәлә эшләгән бер төркөм алдынғы хеҙмәткәрҙәр бүләкләнде. Ҡырҙан килгән ҡунаҡтар шулай уҡ байрам йәме булған тирмәләрҙе ҡарап сыҡты. Ат сабышы һабантуйҙың иң сағыу биҙәге булғандыр. Бөгөн олоһо ла, кесеһе лә был мауыҡтырғыс тамашаны ҡарарға ашыҡты. Әйткәндәй, еңеүселәргә шәп бүләктәр - мотоциклдар тапшырылды.
Шулай уҡ бында төрлө спорт ярыштары ойошторолдо. Кескәй балалар өсөн дә ярыштар ойошторолдо, аттракциондар эшләне.
Ғөмүмән, бөгөн Ейәнсурала бик матур сара үтте. Яуып үткән ямғыр ҙа халыҡтың кәйефен боҙманы. Ҡунаҡтар һәм район халҡы байрам яланынан күтәренке кәйеф менән өйҙәренә таралышты.