

18 июндә Өфөлә Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала яҡташыбыҙ, Башҡорт Үргене ауылында тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллиндың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы сара үтте.
– Башҡорт әҙәбиәтенең һәр бер осоронда үҙенсәлекле ижади шәхестәр байтаҡ. Улар башҡорт һүҙ сәнғәтен башҡа халыҡтарға, икенсе илдәргә еткерер көскә эйә. Тап уларҙың әҫәрҙәре аша халҡыбыҙҙың донъяға ҡабатланмаҫ ҡарашын, менталитетын башҡалар күрә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Хаммат улы Абдуллинды шундайҙар рәтенә индерәләр, – тип бидәләне хәтер кисәһен алып барыусы, китапхана хеҙмәткәре Айгөл Байморатова.
Сарала Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән виртуаль күргәҙмә һәм БР Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән әҙиптең шәхси әйберҙәренән күргәҙмә тәҡдим ителде.
Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, доцент Илшат Камил улы Янбаев; мәғариф ветераны, Азат Абдуллиндың бер туған апаһының улы Юлай Вәли улы Солтанбаев; режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Әхтәм Әхәт улы Абушахманов; Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев; дәүләт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, профессор Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева; балалар яҙыусыһы, тәржемәсе, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллина; “Башҡортостан ҡыҙы” журналы баш мөхәррире урынбаҫары Регина Рәдис ҡыҙы Камалова; БР Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Хәйбуллина Эльмира Мөнир ҡыҙы һәм башҡалар күренекле драматург Азат Абдуллин ижадының әһәмиәте һәм ижтимағи яңғырашы хаҡында әңгәмәләште.
Уның ижади йөҙө әҫәрҙәр һаны менән түгел, ә уларҙың сифаты, йөкмәткеле булыуы, авторҙың тормошҡа әүҙем мөнәсәбәте, фекер тослоғо, рәсми идеология менән ҡыйыу бәхәскә ингән аныҡ позицияһы менән билдәләнеүе һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Хаммат улы Абдуллиндың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән башҡарыласаҡ эштәрҙе әүҙемләштерергә тәҡдим ителде.