Йөрәк менән эшләгән хирург

–. Фронтовик атайым гел «Улым хирург буласаҡ» тип ҡабатлай торғайны. Әллә уның шул һүҙҙәре орлоҡ һалды, әллә күрәҙәлек итте –  белмәйем, әммә табиб булырымды бәләкәйҙән белдем, – ти Мир ағай.

Йөрәк менән эшләгән хирург

         Хирург – иң абруйлы, иң кәрәк һөнәрҙәрҙең береһе. Мәҡәлә геройы үҙенең 30 йыллыҡ хеҙмәт юлында әллә күпме ғүмерҙе ҡотҡара, сирлеләргә йән өрә, өмөт уята, йәшәүгә ышаныс бирә. Һүҙ, район үҙәк дауаханаһында күп йылдар эшләп, әле хаҡлы ялда булған табиб Мир Ҡашҡаров тураһында. Уны районда белмәгәндәр һирәктер. Үҙе көлөп әйтеүенсә, берәй мәжлескә барһа, мотлаҡ операция яһаған бер пациентын осрата. Үҙе уларҙың бөтәһен танымаһа ла, күптәр ауыр ваҡытта үҙенә йә иһә яҡынына нисек ярҙам итеүен иҫкә төшөрөп, рәхмәт әйтеп китәләр. Беҙ паркта әңгәмәләшкән саҡта ла бер-нисә кеше Мир ағайҙың ҡулын ҡыҫып, һаулыҡ һорашып китте.

Буласаҡ хирург Йылайыр районы Һултантимер ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙан һуң уҡыуын күрше ауылда дауам итә. Интернат тормошо уны бала саҡтан үҙ аллы булырға өйрәтә. Ә 8-се класты тамамлағас, Сибай медицина училещыһында белем ала.

–. Фронтовик атайым гел «Улым хирург буласаҡ» тип ҡабатлай торғайны. Әллә уның шул һүҙҙәре орлоҡ һалды, әллә күрәҙәлек итте –  белмәйем, әммә табиб булырымды бәләкәйҙән белдем, – ти Мир ағай.

Фельдшер һөнәрен үҙләштергән студент 1977 йылда Иҫәнғол дауаханаһына практикаға килә. 2-се генә курс студентын операцияға ассистент итеп индерәләр. Әйткәндәй, Мир ағай өҫтәлдәге пациенттың кем икәнен иҫләй, ул әле лә иҫән-һау икән.

Ул Ейәнсураны бик оҡшата. Шуға ла училищены тамамлағас, сик буйында хеҙмәт итеп ҡайта ла, беҙҙең районға «тиҙ ярҙам» хеҙмәтенә эшкә килә. Эшләп йөрөгәндә БДМИ-ның алты йыллыҡ киске курстарын да тамамлай.

- Совет табибы булыуым менән ғорурланам. Ул заманда белемгә талаптар шул хәтлем ҡаты булды, хатта ҡайһы бер студенттар госэкзамен тапшыра алмай, бер йыл медбрат булып эшләп, имтиханды яңынан тапшырҙылар. Шуға мин 30 йәшемдә институтты уңышлы тамамлап, ҡулыма дипломымды алғас, шатлығымдан иларҙай булдым, – тип көлөп иҫкә ала табип.

         Интернатураны йәш белгес Салауат ҡалаһында үтә лә, эшкә Иҫәнғолға ҡайта. Һәм шул ваҡыттан район үҙәк дауаханаһында бик көслө, тәжрибәле коллегалары Миңнебай Баҙарғолов, Әхмәт Хәмитов, Венера Атнағолова, Әҙип Мөкминов, Ғәлим Киреев, Венер Янбаев, Әнүәр Исмәғилов һ.б. менән кемдәргә генә ярҙамға итмәй ҙә, кемдәрҙең генә ғүмерен һаҡлап алып ҡалмайҙар.

Ул йылдарҙа хирургия бүлегендә 50-ләп койка. Табиптар көндөҙ – эшкә, төндә дежурствоға йөрөй. Ә дежур саҡта төрлө хәлдәр йыш булғылап тора. Мәҫәлән, Мир Килдебай улы хирургия бүлеге мөдире булып эшләгән саҡта төнгө сәғәт 4-тә 3-4 айлыҡ ҡыҙ баланы алып киләләр. Операция яһап, эсәктәре йәбешкән сабыйҙы ҡотҡарып ҡала ала. Ашығыс осраҡтарҙан тыш хирургка ашҡаҙан, үт ҡыуығы, бауырға һ.б. органдарға операциялар, хатта баш һөйәгенә трепанация ла эшләргә тура килә.

– Тик беҙ Алла түгел, бөтәһен дә ҡотҡара алмайбыҙ, үлем менән дә күҙгә күҙ осрашырға тура килде. Яҙмышҡа ла ышанам.  Ҡайһы саҡ ҡотҡарыу өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалабыҙ, пациент һауығып барған һымаҡ була ла ҡапыл үлеп китә. Йә киреһенсә, тәнендә тере урыны булмаған, ҡаты йәрәхәтләнгән пациентты алып киләләр, ә ул һин дә мин терелеп китә. Ниндәйҙер көс бар, – ти ул.

Ун йылдан ашыу лайыҡлы ялда булһа ла, ул табиб булып ҡала – таныштары йәки элекке пациенттары кәңәш һорап килһә, бер ҡасанда ярҙамдан баш тартмай. Һәм был уның вазифаһы буйынса түгел, ә асылда табиб булыуының иң төп дәлиле. Бындай кешеләр хеҙмәте, сабырлығы, шәфҡәтлелеге менән районыбыҙ өсөн ғорурлыҡ. “Мир Килдебай улы етәкселегендәге бүлек коллективы көслө, ойошҡан булды. Иң мөһиме – ул йәш табибтарҙы ауырыуҙарға ҡарата кешелекле, иғтибарлы булырға өйрәтте”, ти уның коллегалары бергә үткән хеҙмәт юлын иҫкә алып.

Мир Ҡашҡаров алтын ҡуллы хирург ҡына түгел, ә эшһөйәр, тырыш ғаилә башлығы ла. Ике йорт һалып, улдарына матур тәрбиә биреп, уларҙы үҙ аллы тормошҡа сығарыу өсөн тормош иптәше Рәйлә апай менән барлыҡ көсөн һалғандар. Ике улдары ла көс ведомстволарында хеҙмәт итә, ә ҡатыны  Рәйлә апай шулай уҡ медицина хеҙмәткәре. 45 йыллыҡ стажға эйә фельдшер әле лә «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтендә эшләй.

Эйе, ысынлап та, хирург – ул һөнәр генә түгел, маңлайға яҙылған яҙмыш. Үҙеңде аямай кеше ғүмере өсөн көрәшеү, операция өҫтәленә ятҡан ауырыуҙың әрнеүен, йән-тән һыҙлауын йөрәгең аша үткәреү... Ошондай  осраҡтар эҙһеҙ үтмәй, Мир Килдебай улы үҙе лә ике инфаркт кисерә, операция яһата. Тик осрашҡанда уның зарланғанын бер ҡасан да ишетмәҫһең, киреһенсә, гел йылмайып-көлөп һөйләшә, ыңғай энергияһы менән бүлешә. 

Әңгәмә аҙағында Мир ағай былай ти:

– Хирургия, реанимация һәм гинекология – дауахананы тотоп торған “өс кит”. Медицина системаһының үҙ-ара бәйләнгән был өлкәләре пациенттарҙың ғүмерен ҡотҡарыуҙа һәм һаулығын тергеҙеүҙә мөһим роль уйнай. Берәүһенең булмауы – дауахананың бәҫен төшөрә һәм урындағы халыҡтың һаулығы, ғүмере оҙонлоғо күрһәткестәренә ныҡ йоғонто яһай. Шуны онотмайыҡ!

        Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас