

– «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау» тураһындағы Федераль закон тарафынан йәмәғәт инспекторҙарының хоҡуҡтары һәм бурыстары киңәйтелде. Унда уларҙың тәбиғәтте һаҡлау буйынса хоҡуҡтары, дәүләт контроль органдары менән нисек эшләү тәртибе билдәләнгән. Йыл башында мин Башҡортостанда 2025 йылда йәмәғәт инспекторҙары тарафынан бер тапҡыр ҙа экология буйынса боҙоуҙарҙың теркәлмәүен белдем. Бының төп сәбәбе — улар тәбиғәтте һаҡлау законын боҙоу осраҡтарын асыҡлау ысулдарын, уларҙы теркәү һәм ҡайҙа тапшырыу юлдарын белмәйҙәр. Бындай хәлде төҙәтеү һәм кешеләрҙе тәбиғәтте һаҡлауға өндәү өсөн беҙ Талҡаҫ күлен һаҡлау проектын башланыҡ, уның сиктәрендә ике йөҙгә яҡын йәмәғәт тәбиғәт инспекторҙарын уҡыттыҡ. Беҙ иғлан иткән конкурс тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға битараф булмаған актив граждандар берекмәһен формалаштырыуға ярҙам итәсәк. Был кешеләрҙең тәбиғәтте һаҡлауға ҡарашын үҙгәртергә, йәмәғәт инспекторҙарының эшен һөҙөмтәле итергә ярҙам итәсәк, — тине Башҡортостан Республикаһы «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров.
Конкурста Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәм Рәсәй тәбиғәт күҙәтселегенең Көньяҡ‑Урал төбәк-ара идаралығы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса йәмәғәт инспекторҙары реестрына индерелгән йәмәғәт инспекторҙары ҡатнаша ала.
Ҡатнашыусыларға ғаризаны һәм конкурс материалдарын электрон формала konkursinspektora@yandex.ru почтаһына 2026 йылдың 15 августына тиклем ебәрергә кәрәк.
Баһалама ағзалары конкурс эштәрен 2026 йылдың 15 сентябренә тиклем ҡараясаҡ, ә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы сентябрь аҙағында үтәсәк. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау һаны, әҙерләнгән материалдар буйынса яуаплылыҡҡа тарттырылғандар һаны, йәмәғәт инспекторының дәүләт органдары менән берлектә үткәрелгән сараларҙа ҡатнашыуы һәм башҡалар иҫәпкә алынасаҡ.
Конкурсты ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Рәсәй тәбиғәт күҙәтселегенең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы, Башҡортостан Республикаһы тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министрлығы менән берлектә. Тулыраҡ мәғлүмәтте конкурс положениеһынан белергә мөмкин: https://vk.com/wall-202441032_4513