Ҡытай тауҙары ҡурай моңона күмелде

Башҡортостан сәйәхәтсеһе ҡытай тауҙары өҫтөндә ҡурай моңон яңғыратты.

Ҡытай тауҙары ҡурай моңона күмелдеҠытай тауҙары ҡурай моңона күмелде
Ҡытай тауҙары ҡурай моңона күмелде

Өфөнән стоматолог Нурсолтан Зарипов Ҡытайға сәфәре барышында милли музыка ҡоралында уйнаны һәм моңло көй төрлө илдәрҙән килгән туристарҙы ҡыҙыҡһындырҙы.

Нурсолтан үҙе һөйләүенсә, сит илгә сәйәхәт иткәндә ул һәр ваҡыт үҙе менән ҡурай алырға тырыша.

“Минең өсөн был музыка ҡоралы ғына түгел, ә халҡым мәҙәниәтенең бер өлөшө. Был бик шәп тойғо – өйҙән алыҫ туған көйҙәрҙе уйнау", – тип уртаҡлашты Нурсолтан Зарипов.

Видео: Нурсултан Зарипов | соцсети

Читайте нас