Мототранспорт менән идара итеү хәүефһеҙлеге: юл фажиғәләрен нисек булдырмаҫҡа

Һуңғы ваҡытта мототранспорт ҡатнашлығындағы авариялар статистикаһы етди борсолоу тыуҙыра. Беҙҙең районда ҡыҫҡа ваҡыт эсендә өс үлем осрағы теркәлеүе, ике тәгәрмәсле техниканы йөрөтөүселәр хәүефһеҙлеге проблемаһының киҫкенлеген тағы ла нығыраҡ билдәләй. 

ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, мотоциклистар транспорт ағымының дөйөм күләмендә ни бары 3-5% тәшкил итһә лә, аварияла автомобиль водителдәренә ҡарағанда 28 тапҡыр йышыраҡ һәләк була. Шул уҡ ваҡытта:

- Бындай аварияларҙың 78 %-ы май айынан сентябргә тиклем була;

- Аварияларҙың 63 %-ында тиҙлек сәғәтенә 90 км-ҙан ашҡанда килеп сыға.

 Фажиғәләрҙең төп сәбәптәре

Тикшереү күрһәтеүенсә, ике тәгәрмәсле техника менән бәйле аварияларҙың күбеһендә водителдәр үҙҙәре ғәйепле.

 Хәүеф факторҙары лидерҙары:

- Тиҙлекте арттырыу (42%) — үлемгә килтергән төп сәбәп;

- Уҙып китеү ҡағиҙәләрен боҙоу (28%);

- Иҫерек килеш идара итеү (15%);

- Тайғаҡ юлда туҡтата белмәү (12%);

- Һаҡланыу кейеме булмау (35% үлем осрағы).

Мототранспорт водителе нимә эшләргә тейеш?

✅ Мотлак талаптар:

1. Тейешле категория таныҡлығы:

Мотоциклдарға — «А» категорияһы, ә 125 куб. см тиклем  16 йәштән — «А1» категорияһы, мопедтарға «М» категорияһы кәрәк.

2. Тулы һаҡланыу кейеме:

- Сертификатлы шлем (мотлаҡ!);

- Һаҡлаусы элементлы мотокуртка;

- Быуындарҙы һаҡлаусы бирсәткәләр;

- Махсус аяҡ кейеме;

- Кевлар пластиналы һаҡлаусы салбар йәки джинсы.

Тулы комплект кейем файҙаланыу үлем ҡурҡынысын 73% кәметә!

Хәүефһеҙ йөрөү ҡағиҙәләре:

Тиҙлек режимы:

- Тиҙлек лимитын үтәгеҙ — уны үтәмәү үлем хәүефен 10 тапҡыр арттыра;

- Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: тормоз юлы тиҙлек артҡан һайын геометрик прогрессияла арта;

- Юл еүеш булғанда тиҙлекте ике тапҡыр кәметегеҙ.

 Арауыҡ һәм урынлаштырыу:

- Алдағы транспортҡа тиклем араны 3 секундтан да кәм тотмағыҙ;

- Йөк машиналары һәм автобустарҙың "мертвая зона"ларын урап үтегеҙ;

- Тәүлектең яҡты ваҡытында "көндөҙгө" утты тоҡандырыуҙы инҡар итмәгәеҙ — был күренеүсәнлекте 30 %-ҡа арттыра.

 Идара итеү техникаһы:

- Экстремаль йөрөү курстары үтегеҙ;

- Төрлө юл япмаһында дөрөҫ туҡтатырға өйрәнегеҙ;

- Хәүефһеҙ шарттарҙа маневр яһау алымдарын практикалағыҙ.

Техник торош:

- Тормоздарҙы, шиналарҙы, яҡтыртыу приборҙарын даими тикшерегеҙ;

- АБС системаһы булған мотоцикл һайлағыҙ — бындай моделдәр аварияға 37 %-ҡа һирәгерәк эләгә

Нимә ҡәтғи рәүештә ЯРАМАЙ:

- Тейешле категория таныҡлығы булмайынса руль артына ултырыу;

- Шлемһыҙ йөрөү (штраф + ҙур хәүеф!);

- Иҫерек килеш идара итеү;

- Тиҙлекте сәғәтенә 60 км-дан ашыуға арттырыу;

- Дөйөм файҙаланыу юлдарында хәүефле трюктар яһау;

- Бәлиғ булмағандарға ҡеүәтле техника менән идара итергә рөхсәт биреү

2026 йылдың яңы ҡағиҙәләре

 Быйылдан түбәндәгеләр көскә инде:

- 125 куб. см-нан ашыу барлыҡ яңы мотоциклдарға АБС ҡуйыу мотлаҡ;

- Мопедтарҙа ла шлемһыҙ йөрөү тыйыла;

- Ҡағиҙә боҙған өсөн штрафтар арттырылды;

- ОСАГО мотлаҡ страховкалауы 1,5 млн һумдан башлана.

Һәр мотоциклсының ғүмере тик уның дисциплинаһына һәм яуаплылығына бәйле. Һуңғы көндәрҙә юлда һәләк булған өс кеше — ул үтәлергә тейешле ябай ҡағиҙәләр ярҙамында булдырмаҫҡа мөмкин булған өс өҙөлгән яҙмыш. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: автомобилдәрҙә кузовтар һәм хәүефһеҙлек мендәрҙәре бар, ә мотоциклистың бындай һағы юҡ. Тимәк, мототранспортта юлға сығыу — ул һеҙҙең артабан йәшәргә әҙерлек тикшереү. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Өйөгөҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!

Читайте нас