

Башҡортостанда республика хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына дәғүә итеүселәрҙән документтар ҡабул ителә башланы. Был хаҡта республика Журналистар союзынан хәбәр иттеләр.
Ҡатнашыуға журналистар һәм авторҙар коллективтары саҡырыла. 2025 йылдың сентябренән 2026 йылдың авгусына тиклем баҫылған материалдар баһаланасаҡ.
Эштәрҙә замандаштарҙың образдары, милли мәҙәниәттәрҙең байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы, йәмғиәттә граждандар тыныслығы һәм татыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре асылырға тейеш.
Ғаризаны 1 сентябргә тиклем ике адрес буйынса бирергә мөмкин: 450000, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, Башҡортостандың матбуғат Һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, 420 каб. Телефондар: (347) 218-07-73; (347) 218-16-88; 450079, Өфө, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы, оф. 111 (Матбуғат йорто бинаһының беренсе ҡатында). Телефондар (факс): (347) 276-42-66.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостан Башлығы ҡарары менән Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия өсөн аҡсалата бүләкләү биш тапҡырға – 100 меңдән 500 мең һумға тиклем арттырылды.