

Сығышы менән Башҡортостандан булған, әммә республикабыҙҙан ситтә ғүмер итеүсе ҡәләм оҫталарының ижады менән яҡшы танышбыҙ. Мәҫәлән, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Азат Абдуллин ғүмеренең аҙағынаса Мәскәү ҡалаһында йәшәне һәм уҡымлы әҫәрҙәр яҙҙы.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Азат Абдуллиндың тыуынына 95 йыл тулыу айҡанлы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһында "Таланттар балҡышы" тигән хәтер кисәһе ойошторолдо. Сарала әҙиптәр, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡа саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Мәҙәниәт усағының фойеһында, яҙыусының китаптарынан торған, бай йөкмәткеле күргәҙмә эшләне. "13-сө председатель", "Йөрәктә сәнселгән аңлауҙар", "Онотма мине, ҡояш!", "Последний патриарх", "Белое молоко", "Красная роса" китаптары, "Тыуған ерем – гөл араһы" (авторҙаш), шулай уҡ һайланма әҫәрҙәр, бынан тыш, гәзит һәм журналдарҙа баҫылған уның менән әңгәмәләр һәм һүрәтләмәләр – шуға асыҡ миҫал.
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың бүлек мөдире Айгөл Байморатова, китап һөйөүселәрҙе, еңел генә итеп әҙәбиәт донъяһына алып инде. "Китаптар – сихри көскә эйә, уларҙың һәр береһе яҡшы ғәмәлдәргә һәм яҡты уйҙарға әйҙәй. Азат Хаммат улы ла һәр ваҡыт дөрөҫлөктө яҡланы, шуларҙы ташҡа баҫтырҙы", – тине алып барыусы.
Өфө фән һәм технологиялар университетының (элек – Башҡорт дәүләт университеты) башҡорт филологияһы, көнсығышты өйрәнеү һәм журналистика факультетының доценты, филология фәндәре кандидаты Илшат Янбаев билдәләүенсә, быға хәтлем юғары уҡыу йортонда Азат Абдуллинға арналған халыҡ-ара конференция ойошторолған.
– Азат Абдуллиндың яҙыусылыҡ эшмәкәрлеге публицистиканан, очерк жанрынан башланған тип әйтергә мөмкин, – тине ғалим Илшат Камил улы. – Ул саҡта совет йәмғиәтендәге матур эштәрҙе һәм оло еңеүҙәрҙе уңғандарҙың фиҙакәр хеҙмәте аша, һуғыш ҡаһармандарының батырлыҡтарын очерк-портрет жанрында тасуирлау тенденцияһы көсәйгәйне. Тормошҡа әүҙем мөнәсәбәттә торған, тынғыһыҙ хеҙмәтте үҙ иткән, алдынғы ҡараш һәм идеяларҙы пропагандалаған заман геройҙарын үҙәккә ҡуйып һүрәтләү, биография нигеҙендә шәхес эволюцияһын күрһәтеү әҙәбиәттең һәр тармағы өсөн дә хас күренеш ине. Әҙиптең "Йылҡы көтөүсеһе", "Яңғырап торған ялан", "Таланттың балҡышы" һымаҡ йәше лә, ҡарты ла яратып уҡыған очерктары матбуғатта баҫылып, киң йәмәғәтселектә шаҡтай резонанс тыуҙырырға өлгөрә.
Илшат Янбаев белдереүенсә, ҡәләм оҫтаһының өйрәнсек ижад осоро булмаған, ул шунда уҡ күләмле әҫәрҙәр яҙырға тотонған. "Онотма мине, ҡояш!" исемле тәүге романтик драмаһы Азат Абдуллиндың драматургик һәләтен танытыусы ижад емеше. Әҫәр, яҙылған йылында уҡ, Башҡорт академия драма театрында ҡуйылған. Пьеса баш ҡалабыҙҙағы "Театр" журналында баҫылған, тиҫтә йылдар һуҙымында М. Әүәзов исемендәге Ҡаҙағстан дәүләт академия драма театры сәхнәһенән төшмәгән, өҫтәүенә, СССР-ҙың күп театрҙарының репертуарына ингән. Ул ике тапҡыр – Өфөлә башҡорт телендә һәм ике тапҡыр Мәскәүҙә рус телендә нәшер ителгән. Һуңғы вариантта "Яңғыҙы" тигән исем бирелгән.
Донъяның 35 илендә, СССР-ҙың 150-нән ашыу театрында сәхнәләштерелеп, авторға ҙур билдәлелек алып килгән "13-сө председатель" әҫәре үткән быуаттың етмешенсе йылдарында киң йәмәғәтселеккә колхоздар үҫеше менән бәйле бүтән проблемаларҙы ла алып сыҡмаған түгел, сыҡҡан. Мәскәүҙәге Е. Вахтангов исемендәге театрҙа тамашасылар хөкөмөнә сығарылған был спектакль аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир иткән. "Театральная жизнь", "Литературная газета", "Комсомольская правда" гәзиттәре, "Театр", "Дружба народов" журналдары һәм башҡа баҫмаларҙа үткер мәҡәләләр, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, бәхәсле түңәрәк өҫтәлдәр ойошторолған.
"Раббым баҡсаһы" драматург ижадының сираттағы бейеклеге һәм ҡаҙанышы. Уның мәҙәниәт-ара бәйләнештәрҙе нығытыуҙа, башҡорт әҙәбиәтен һәм сәнғәтен донъяға тағы ла нығыраҡ танытыуҙа, ҙур географик киңлектәргә сығарыуҙа әҫәрҙең өлөшө шул тиклем ҙур. Спектаклде донъяның төрлө илдәренең тамашасылары ла ҡарай алған. Азат Абдуллин, бөйөк Мостай Кәрим һәм талантлы Флорид Бүләков менән бер ҡатарҙан, әҫәрҙәре республикабыҙҙан тыш, илебеҙҙең сит төбәктәрендәге тамашасыһына ла билдәле булған берҙән-бер драматург.
Азат Хаммат улының яҡын туғандарының һөйләгәндәрен тыңлау ифрат ҡыҙыҡлы ине. Әйтәйек, мәғариф ветераны, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Юлай Солтанбаев хәтирәләре менән ихлас уртаҡлашты. Баҡтиһәң, Юлай Вәли улының әсәһе Зәйтүнә һәм Азат Абдуллин бер туған. Танылған ғалим, филология фәндәре докторы Мөхтәр Әхтәмов менән Азат Абдуллиндың әсәләре, шулай уҡ, бер туған.
Азат Абдуллин (26.06.1931– 11.11.2023 йй.) Ейәнсура районының Башҡорт Үргене (халыҡ телендә – Үрген) ауылында тыуған. Шуныһы, ул ҙур булыуы етмәгән, унан ифрат күп арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан. Ерәнсә сәсән, Әхмәтбаҡый хәҙрәт, Сәләхетдин ахун, Иншар Солтанбаев, Венер Абдуллин, Мөхтәр Әхтәмов, Хәҙисә Солтанбаева һәм башҡалар тап ошонда ҡанат нығытҡан.
Азатҡа ни бары биш йәш тигәндә, атаһы 48 йәшендә генә вафат булған. Бынан тыш ғаиләлә Зәйтүнә исемле ҡыҙ буй еткергән. Балаларҙың әсәләре Хәмдиә Шәйхетдин ҡыҙы хаҡында бер кәлимә һүҙ. Ул Стәрлетемаҡ башҡорт театрында өмөтлө актриса һаналған. Тик ире Үҫәргән кантонына эшкә күсерелгәс, ҡыҙға сәнғәт донъяһын ҡалдырырға тура килгән, оҙаҡ йылдар төрлө ауылдарҙа балалар баҡсаһы мөдире вазифаһын башҡарған. Иренең вафатынан һуң, ул сауҙа системаһында төрлө эштәргә йәлеп ителгән.
Азат бәләкәйҙән китап яратҡан, мәктәптә тырышып уҡыған. 1947 йылда ул Абзан урта мәктәбен тамамлаған һәм Үрген мәктәбендә пионервожатый һәм уҡытыусы булып эшләгән. Үҫмер бер ниндәй мәшәҡәтһеҙ К. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институнының тарих факультетын тамамлаған (башта – Башҡорт дәүләт университеты, аҙаҡтан – Өфө фән һәм технологиялар университеты). Яҡташыбыҙҙың М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһында белем эстәүен дә онотмайыҡ, Башҡорт дәүләт университетында студенттарҙы рус әҙәбиәтенән уҡытыуын да иҫкә төшөрәйек.
Ейәнсура районында Күгәрсен тигән төҙөк һәм күркәм ауыл бар. Уны уртаға ярып, "Ира – Магнитогорск" автомобиль юлы үтә. Тап уның аша Сөләймән (халыҡ телендә – Алабайтал), Ибрай, Байдәүләт, Сирғол һәм Саҙалы ауылдарына барырға мөмкин. Ә инде Алабайталға етәрәк һул яҡта, Оло Һүрәм йылғаһының ярында билдәле шағир Сергей Чекмаревҡа обелиск ҡуйылған. Азат Абдуллин 23 йәшендә ғүмере өҙөлгән комсомолецтың тормошон һәм ижадын тәрән өйрәнгән, үҙ сиратында, "Онотма мине, ҡояш!" әҫәрен яҙған. Мәскәү дәүләт ит-һөт институтын тамамлап, зоотехник һөнәрен үҙләштергән Сергейға Башҡортостанға эшкә йүнәлтмә бирәләр.
– Башта "Инәк" совхозының үҙәге Ибрай ауылы булған, Сергей Чекмарев нәҡ ошо хужалыҡта зоотехник ише ауыр йөктө тартҡан, – тине Юлай Вәли улы. Пьеса яҙылған осорҙа беҙ шунда йәшәй инек, Азат абзый беҙгә йыш килеп йөрөнө. Уның менән емеш-еләккә, балыҡҡа йөрөнөк, Һүрәмдә һыу индек, пьесаларына исемде лә бергәләшеп һайлаштыҡ.
Юлай Солтанбаев Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаға Азат Абдуллиндың "Раббым баҡсаһы" тип аталған китаптарын бүләк итте. Уларҙың бер нисәһен республикабыҙҙың Яҙыусылар союзына ла бирәсәге тураһында хәбәр итте Айгөл Байморатова.
Рәсәйҙең халыҡ артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшахманов Азат Абдуллиндың дүрт спектаклендә уйнауын әйтте. "13-сө председатель"дә иһә режиссерҙың прокурор ролен ышанып тапшырыуын мәҙәк итеп һөйләне. Сәнғәт әһеленең һүҙҙәренә ҡарағанда, Азат Абдуллин Николай Островский йәки Туфан Миңнуллин кеүек йылына ике пьеса яҙмаған, уның ҡарауы, әҫәрҙәренең һәр береһе йөкмәткеле булыуы менән башҡаларҙан айырылып торған. Ижадсы тәрән әҫәрҙәр тыуҙырған һәм улар илебеҙ генә түгел, ә донъя кимәленә сыҡҡан. Тормошто төҙәтергә тырышыусы ул Азат Абдуллин. Уның әҫәрҙәре әҙ булһа ла, ифрат көслө.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев һәм башҡалар әҙиптең ижады тураһында һөйләне.
Азат Абдуллиндың "Әсә һәм ул" тигән ике китаптан торған романы баҫылмай ҡалған. Уны нәшер итеү уйы менән дә яна әҙиптең яҡын туғаны танылған ғалимә Хәҙисә Вәли ҡыҙы Солтанбаева. Хәтер кисәһендә Азат Абдуллиндың исемен мәңгеләштереү мәсьәләһе лә күтәрелде.
Азат Абдуллиндың йөрәге 2023 йылда тибеүҙән туҡтаны, драматург Мәскәү ҡалаһында ерләнгән.
Киләсәктә Ейәнсура районында ла Азат Абдуллинға бағышланған хәтер һәм ҡәҙер кисәһенең үтеүе планлаштырылған.
Илдар АҠЪЮЛОВ.
Автор фотолары.
“Башҡортостан” гәзитенән.

