Бәхет ҡошо ҡыйыуҙарға йылмая

Кемдер эштең йәки аҡсаның һауанан төшөрөн көтөп ятҡанда, һис юғалып ҡалмай, үҙҙәренсә кәсеп итеп, аҡса эшләгән йәштәргә һоҡланырға ғына ҡала. Шундайҙарҙың береһе – Зөлфиә Мөҡсинова.

Бәхет ҡошо ҡыйыуҙарға йылмая

Кемдер эштең йәки аҡсаның һауанан төшөрөн көтөп ятҡанда, һис юғалып ҡалмай, үҙҙәренсә кәсеп итеп, аҡса эшләгән йәштәргә һоҡланырға ғына ҡала. Шундайҙарҙың береһе – Яңы Павловка ауылында йәшәүсе Зөлфиә Мөҡсинова.

- Бығаса бәлештәр һәм торттарға интернетта ғына заказдар ҡабул итә инем. Ямашлы буйында үткән “ЙәйләүТур” бренд сараһында продукциямды беренсегә кеше алдына алып сығырға баҙнат иттем. Күргәҙмә-һатыу башланып та өлгөрмәне, ә минең өс бәлешемде үтеп барған юлаусылар туҡтап һатып алдылар ҙа инде. Шуға, беренсе сығышым килемле булды тиергә була, – ти Зөлфиә.

Яҡындарын тәмле ризыҡ менән ҡыуандырыу өсөн махсус уҡыу мотлаҡ түгел, бешерергә өйрәнергә теләү һәм ҙур тырышлыҡ та етә, тип иҫәпләй ул. Зөлфиә үҙе лә тәүҙә ҡыҙыҡһынып ғаиләһе өсөн генә десерттар эшләп ҡараған. Ә аҙаҡ ул бешергән рогалик, бәлештәрҙе һәм башҡа тәмлекәстәрҙе туған-тыумасаһы, дуҫ-иштәре, хатта бөтә яҡын-тирәһендәгеләр тәмләп ҡараған. Шулай заказдар килә башлаған.

- Бер үк рецепттарҙа туҡтап ҡалмайым, әҙерләү барышында яңылыҡтар индерәм. Мәҫәлән, нескә текстуралы һәм нәфис биҙәкле үҙенсәлекле сметанник булдырҙым – был идея илһамланыу мәлендә тыуҙы. Һәр һыҙат, һәр биҙәк – десертҡа һалынған йәнемдең бер өлөшө, – ти оҫтабикә.

Бренд сараһы үтеп киткәс, Зөлфиә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә былай тип яҙҙы:

“"Йәйләү тур" сараһы алдынан төнө буйы бешерендем, хуш еҫле бәлештәр әҙерләнем. Һәм был бушҡа булманы! Күңелем һәм ихласлығым һалынған бәлештәр үҙенең рәхмәтле һатып алыусыһын тапты. Был байрам онотолмаҫлыҡ булды! Ошондай сағыу хистәр һәм яңы танышыуҙар өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен!”

Бына шулай бер ҡайҙан да ярҙам һорамай, үҙенең йүнселлеге, тырышлығы менән бынамын итеп күңеленә ятҡан эшенән килем дә алып Зөлфиә Мөҡсинова. Тап шундай уңған йәштәр ауылдарҙың ҡотон һаҡлай, уның киләсәгенә ышаныс бирә.

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас