

Юл, хеҙмәт һәм намыҫ
Иҫәнғол ауылында йәшәүсе Николай Гаврилов ғүмеренең 25 йылын юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арнаған
Сирек быуат юларҙа ҡануниәттең үтәлеше, кеше ғүмерен һаҡлау уның өсөн эш кенә булмай, ә яҙмышына әйләнә. Күптән инде хаҡлы ялда булһа ла, Николай Гаврилов бөгөн дә район трассаларындағы закондың ғәҙел тауышы булып ҡала. Сөнки өлкән быуын уны яҡшы иҫләй: унан хулигандар ҡурҡҡан, ә водителдәр хөрмәт иткән.
1970 йылдарҙа әрменән һуң автоинспекцияға эшкә килгәндә, Николай Илларионович айырым дәүергә эләгә – техника аҙ, ә яуаплылыҡ күп булған саҡ. 1975 йылда РОВД-ла ни бары 34 кеше иҫәпләнә, был бухгалтер, ат ҡараусы һәм иҙән йыйуыусы менән бергә. Шулай ҙа улар бер-береһенә ярҙамлашып, иңгә-иң терәшеп эшләйҙәр. Айырыуса Николай Илларионович коллегаһы Мәхмүт Вәлиевты йылы һүҙ менән иҫкә ала.
Ул йылдарҙа ДАИ инспекторы юлдарҙағы тартипте һаҡлау менән генә сикләнмәй – ғаилә янъялдары, урлашыуҙар, низағтар булһынмы, Гаврилов, ваҡиға урынына юл тота. Ҡайһы берҙә үҙенә янағандары, хатта ташланғандары ла була, әммә инспектор бындай хәлгә юл ҡуймай.
Хеҙмәтендә ул юғары вазифа биләгәндәрҙән дә ҡурҡып тормай. Юл ҡағиҙәһен боҙа икән, “мин-минлеген” иҫбатлап тороуҙарына ҡарамаҫтан, штраф сәпәй. Гавриловтың шулай бер етәксене язаға тарттырыуын район халҡы бөгөн дә көләмәс кеүек иҫкә ала. Ә мотоциклда шлемһыҙ йөрөгәндәргә ул атай кеүек ҡаты, әммә изгелекле була.
- Абзандан Иҫәнғолға “Иж”да елдерә инем, юлда сержант Гаврилов менән Өфөнән килгән бер старшина туҡтатты. Николай Илларионович мотоциклға документтар булмаған өсөн 5 һум штраф һалды ла, бармаҡ менән янап: “Нишәп беҙҙекеләр исеменә тап төшөрәһең, башҡа улай хоҡуҡ боҙма”, тине. Юлда ҡаты, әммә ғәҙел кеше ине, – тип иҫкә алды Николай Илларионовичты беҙҙең бер хеҙмәттәш.
25 йыл бер миҙгелдәй үтә. Николай Илларионович күптән инде хаҡлы ялда. Иптәше Нина Ульяновна менән үткәндәрҙе ҡәнәғәтлек менән иҫкә алалар. Тормош юлдарында осраған бөтә изгелекле кешеләргә рәхмәтле булып, ейән-ейәнсәрҙәренә һәм бүләләренә шатланып йәшәйҙәр.
Коллегалары Николай Гавриловты закон һағындағы хеҙмәткәр булараҡ ҡына түгел, ә ярҙамсыл һәм ғәҙел булыуы өсөн ихтирам итә. Ул уҙ бурыстарын үтәү менән генә сикләнмәй, тупланған тәжрибәһе һәм белеме менән ихлас уртаҡлашып, йәштәргә остаз булып тора.
Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.