Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыралар

Фестиваль «Za единство – Za берҙәмлек» 4-6 августа Йылайыр районының «Дуҫлыҡ» лагерында уҙа.

Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыраларБашҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыралар
Башҡортостан йәштәрен Йылайыр районында ҙур фестивалгә саҡыралар

Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, фестиваль бер нисә тематик йүнәлеште берләштерәсәк:   

14-35 йәштәге йәштәр «Йәшлек» форумына ҡатнаша аласаҡ, ә Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында уҡыған Башҡортостан студенттары «Бергә» форумына ғариза бирә ала.

Фестивалдә шулай уҡ йәштәр өсөн туристик слеттар уҙғарыласаҡ, унда эшләүсе йәштәр, предприятиеларҙың йәш хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм «Беренселәр хәрәкәте» лидерҙары ҡатнаша ала.   

Фестиваль ҡунаҡтары араһында мәҙәниәт, спорт, медиа һәм сәйәсәт өлкәһендәге билдәле эксперттар, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙары буласаҡ.   

Фестивалдә йәштәр үҙҙәренең социаль проектын тормошҡа ашырыу өсөн 1 миллион һумға тиклем аҡса отоу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. «Росмолодёжь.Гранты» майҙансығында теркәлеү 1 августҡа тиклем ошо һылтанма буйынса бара: clck.ru/3UYb28.   ❗️

Фестивалгә теркәлеү clck.ru/3UYRH3  һылтанмаһы буйынса 28 июлгә тиклем дауам итә. Фестивалде асыҡ һауала үткәреү ҡаралған, ҡатнашыусыларға үҙҙәре менән палаткалар алырға.

Автор:Ләйлә Ғайсина 
Читайте нас