“Заман алға барһа ла, кәсепселек юғалмай”

Өмбәт ауылында йәшәгән Римза Уразаевты ағастан һырланған төрлө көнкүреш әйберҙәрен эшләүсе булараҡ күптәр белә. Атаһы балта оҫтаһы булғас, был шөғөл уға бала саҡтан яҡын булған.

 “Заман алға барһа ла, кәсепселек юғалмай”

Өмбәт ауылында йәшәгән Римза Уразаевты ағастан һырланған төрлө көнкүреш әйберҙәрен эшләүсе булараҡ күптәр белә. Атаһы балта оҫтаһы булғас, был шөғөл уға бала саҡтан яҡын булған.

- Шулайҙа был эшкә 2007 йылда ғына тотондом. Колхоздар тарҡалған саҡ, йәнәһе буш ятмайым. Яйлап өйрәнелеп китте. Хәҙер иһә даими һатып алыусыларым бар, алдан заказ бирәләр. Йүкә ағасын яҙҙырып, бысып, бер йыл киптереп алам, – ти уҙаман. – Ҡайһы саҡта кис “шуны эшләп ҡарарға ине” тип уйланып ятам да, иртәнсәк тороп уйымдытормошҡа ашыра башлайым. Бына телефон ҡуйғыс. Былай ғына эшләгәндә буш һымаҡ күренә, шуға эргәһенә йөрәк уйып ҡуйҙым. Телефонға йөрәкте ҡыуандырыр хәбәрҙәр генә килһен.

“Үҙегеҙҙең иң яратҡан ҡул эшегеҙ ниндәй?” тигән һорауға оҫта уйланып та тормай “Бөтәһе лә!” тип яуапланы. Шулайҙыр, сөнки оҫтаның һәр биҙәккә күңел йылыһын һалғаны күренеп тора.

 Уның эштәре төрлө тарафтарға: Себергә, баш ҡалаға, республика райондарына һ.б. таралған. Иң ныҡ һорау менән файҙаланғандары – һандыҡтар, гөл кәштәләре, көйәнтәләр, табуреткалар, балалар ултырғыстары, хатта орсоҡтар. Ә һандыҡтарҙың ниндәйен генә эшләмәй Римза Вәхит улы! “Бер йәй бирнәгә 11 һандыҡ эшләнем”, – ип үҙе.

Балта оҫтаһы өй һалыу, ҡыйыҡ ябыу эштәренә лә маһир. Римза ағайҙың тағы ла бер һөнәре – ул бик оҫта мейес сығарыусы икән. Баҡһаң, 21 быуатта ла был һөнәргә һорау күп икән.

– Заман алға барһа ла, кәсепселек юғалмай. Килемле лә. Тик бына йәштәрҙе лә ылыҡтырып, өйрәтергә ине, – ти оҫта. – Бер бәләкәй улым оҫтаханама ингәндә табуретка эшләргә йөрөй инем. “Заготовкалар” әҙер, бергә эшләргә тәҡдим иттем. Ҡарап торҙо-торҙо ла, “ҡуй, атай, үҙең эшлә”, тине. Көсләп өйрәтеп булмай шул – был эшкә күңел ятырға тейеш, – тип иҫәпләй оҫта.

Римза ағай ҡатыны Рабиға апай менән татыу ғүмер итә. Өс бала үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәрен һөйәләр. Әйткәндәй, ҡартатай һәр сабыйға сәңгелдәк эшләп биргән. Балта оҫтаһы “Ете егет” проектында ҡатнашып, ойоштороуҙа булышлыҡ иткәне өсөн Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнгән.

 Өмбәт ауылында йәштәргә өлгө булырлыҡ татыу ғаилә, ә ғаилә башында шундай оҫта булыуы һөйөнөс. Алтын ҡуллы оҫтаға “Афарин!” тибеҙ.

Дилә ДӘҮЛӘТШИНА.

Автор:Дилә Дәүләтшина
Читайте нас