

Башстаттың аҙналыҡ мониторингы мәғлүмәттәре буйынса, ҡарабойҙай ярмаһы, сусҡа ите, тауыҡ, алма, тары ярмаһы, икмәк, ҡара сәй, тоҙ, шәкәр, йомортҡа, һөт, эремсек, һыйыр ите, сосиска, сарделька һәм башҡа аҙыҡ-түлек бер аҙ ҡиммәтләнгән. Бер аҙнала уларҙың хаҡы 0,11-2,62 процентҡа артҡан, тип яҙа “Башинформ”.
Һуңғы аҙнала макарон, он, емеш-еләк, балалар өсөн емеш-еләк, ит һәм йәшелсә консервалары, ҡаймаҡ, эремсек, һарыҡ ите, йәшелсә, кефир, печенье, сыр, колбасаның бөтә төрҙәре, банан һәм башҡаларҙың хағы кәмегән. Бер аҙна эсендә уларҙың хаҡтары 0,03-5,67 процентҡа төшкән.
Фото: Галина Бахшиева | ИА «Башинформ»