

Йыл һайын 2 августа илебеҙҙә күркәм дата – Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө билдәләнә. Десанттарҙы нисек кенә атамайҙар – “ҡанатлы пехота”, “зәңгәр береттар”, әммә “Беҙҙән башҡа бер кем дә!” принцибы буйынса йәшәүселәрҙең көсө, батырлығы һәм ышаныслылығы үҙгәрешһеҙ ҡала.
Һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип 1930 йылдың 2 авгусы иҫәпләнә. Был көндө СССР Хәрби-һауа көстәренең Мәскәү хәрби округы күнекмәләре ваҡытында Воронеж ситендә совет тарихында беренсе тапҡыр хәрби бурысты үтәү өсөн 12 кешенән торған төркөм парашюттар менән десант төшә.
“Ҡанатлы пехота” һуғышсылары иң мөһим һәм яуаплы бурыстарҙы үтәй, алдынғы сафтарға беренселәрҙән булып сыға."Зәңгәр береттар"ға хас батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, ғәйрәт һәм хәрби оҫталыҡ һәр ваҡыт ҡуйылған бурысты теүәл уңышлы үтәлеүҙең нигеҙе булып тора.
Ошо байрам көнөндә үҙенең хәрби хеҙмәтен илебеҙ именлеген һаҡлауға бағышлаған ҡыйыу ир-егеттәребеҙҙе тәбрик итәбеҙ.