Йәмғиәт Общество
23 Августа , 06:54

Башҡортостанда иң һирәк һәм иң йыш ҡушылыусы исемдәрҙе атанылар

Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»
Фото: Ксения Калинина | ИА «Башинформ»

ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталы республика кешеләре балаларына ҡушҡан популяр һәм һирәк исемдәр исемлеген яңыртты.

2026 йылдың 23 авгусына ҡарата ҡыҙҙарға ҡушылған һирәк исемдәр: Аслана, Зилиә, Мирель, Эммелина һәм Ильвира. Габриел, Мөхәмәт-Умар, Минь Ханг, Мөхәмәт-Абдуллаһ һәм Ғүмәр малайҙар араһында осраған һирәк исемдәр булып тора.

Башҡортостанда ҡыҙҙарҙы йыш ҡына Амелия (259), Эмилия (223), Йәсминә (218), София (211) һәм Әминә (202) тип атайҙар. Малайҙарға һайланған популяр исемдәр: Әмир (334), Эмир (240), Тимур (236), Михаил (213) һәм Мирон (197).

Читайте нас