

Был осорҙа уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләү -- иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Бөгөн район хакимиәтендә үткән терроризмға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышында һүҙ ошо хаҡта барҙы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Луиза Исламова һәм район эске эштәр бүлеге начальнигы урынбаҫары Хәбир Танһыҡҡужиндың сығыштарында Белем көнөндә һәм яңы уҡыу йылына ҡарата күренгән хәүефһеҙлек саралары хаҡында булды.