Йәмғиәт Общество
2 Сентября , 09:20

Ейәнсурала барбершоп асыла

МР хакимиәте башлығы Д.Юланов етәкселегендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» форматында сираттағы ултырыш үтте, ул даими рәүештә «Йоғонтоло һәм конкурентлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Ултырышта «Иҫәнғол ауылында барбершоп салонын ойоштороу» проекты ҡаралды.

Район хакимиәте хәбәр итеүенсә, проект Иҫәнғол ауылында беренсе заманса барбершоп – махсус ирҙәр салонын асыуҙы күҙ уңында тота. Яңы нөктә профессиональ хеҙмәттәр: ирҙәрҙең сәстәрен ҡырҡыу, һаҡал-мыйыҡ тәртипкә килтереүҙе тәҡдим итәсәк.

Район хакимиәте башлығы тейешле хеҙмәттәргә килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Үҙ эшен асырға һәм теге йәки был проектты тәҡдим итергә теләгән һәр кем интернет аша investrb.ru/ru/ (Заявка биреү) сайтында ғариза бирә ала. Өҫтәмә мәғлүмәтте телефон аша алырға мөмкин: 8(34785) 2-13-15, 8 (34785) 2-11-33.

Читайте нас