

Ҡоро үлән гөлт итеп янып шунда уҡ ҙур майҙанға тарала. Уттың Шайтантау һыртынан Хәйбулла районы яғына, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы заповеднигына күсеү хәүефе тыуа. Урынға шунда уҡ янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәре, урман хужалығының янғынға ҡаршы көрәш хеҙмәте эшселәре килеп етә. Ауыл халҡы ла дәррәү күтәрелеп янғынды һүндереүҙә ҡатнаша. Яңыбай, Үрге Мәмбәтша ауылынан ғына түгел, Иҙелбәк, Байыш, Үтәғол, Иҙәш ауылдарынан да кешеләр килеп ут һүндереүҙә ярҙамлаша. Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, киске сәғәт 11-гә янғын ауыҙлыҡлана. Тегендә-бында төтәп ятҡан урындарҙы иҫәпләмәгәндә, янғын туҡтатыла.


Бөгөн янғын хеҙмәте эшселәре, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ауыл халҡы, ирекмәндәр янғын сиктәрен контролдә тота, тракторҙар уратып ерҙе һөрә.


Шайтантау заказнигы инспекторы Ирек Һиҙиәт улы әйтеүенсә, патрулдәр мотоциклдарҙа бер туҡтауһыҙ йөрөп рация аша хәбәрләшеп торалар, уттың ҡабат ләүкеп китеүен иҫкәртәләр.
Янғын һүндереүҙә бөтәһе 18 техник берәмек, 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Йылайырҙан Урман-пожар хеҙмәтенән трал менән ҙур трактор килтерелде. Ул янғын таралыу хәүефен булдырмау өсөн ерҙе киңерәк итеп уратып һөрөп сығасаҡ.
Шулай уҡ күрше Хәйбулла районынан, Байыш, Абзан янғын һүндереү участкаларынан машиналар килде.
Үрге Мәмбәтша ауылы башланғыс мәктәбе бинаһында ут һүндереүселәргә ҡайнар аш ойошторолдо. Район хакимиәте аҙыҡ-түлек менән тәьмин итһә, ауылдың егәрле ҡатын-ҡыҙҙары өйҙәрендә тәмле бәлеш-ҡоймаҡтар бешереп, салаттарын әҙерләп алып килгән. Мәктәп ашнаҡсыһы Хөсәйенова Рәйлә етәкселегендә Ҡәҙербәкова Рәмзиә, Ҡәҙербәкова Рәмзиә(улар икәү - авт.), Ҡәҙербәкова Рәсимә, Ҡәҙербәкова Ғилминур, Ҡарасурина Гөлсөм, Ҡәҙербәкова Гүзәл, Шәһивәиева Светлана, Байбулатова Нәркәс тәмле аш-һыуҙарын әҙерләп ут һүндереүселәрҙе һыйлай, уларға яланға ла алып барып ашатыу ҡаралған. Сөнки, ҡарап тормаһаң, уттың яңынан ләүкеп китеү ихтималлығы бар.
Көндәрҙең ҡоро тороуы, көслө елгә бәйле районда юғары янғын хәүефе һаҡлана. Хөрмәтле райондаштар! Яланда, тәбиғәттә ял иткәндә янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре хаҡында онотмағыҙ.
Ут менән һаҡ булығыҙ! Ҡарауһыҙ ҡалдырылған йәки һүндерелмәгән усаҡ тиҙ арала урман янғынына әйләнеп китеүе ихтимал. Иғтибарлы булайыҡ! Еребеҙҙең йәшел ҡалҡаны – урмандарыбыҙҙың имен булыуы беҙҙең ҡулда. Берҙәм тырышлыҡ һәм үҙ-ара хеҙмәттәшлек иткән осраҡта ғына беҙ тәбиғәттәге янғындарға бәйле хәүефле хәлдәрҙе иҫкәртә алабыҙ.
Сәриә Булатасова.