Йәмғиәт Общество
9 Сентября , 06:22

Бөгөн - Бөтә донъя матурлыҡ көнө

Бөгөн — Бөтә донъя матурлыҡ көнө. "Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр" тигән Ф.Достоевский. Ошо һүҙҙәр менән килешеп, 1995 йылдың 9 сентябре - Бөтә донъя матурлыҡ көнө тип иғлан ителә һәм йыл һайын билдәләнеп килә.

“Донъя матур ҡоролған. Донъяны тағы матурлаған, йә ҡәҙерһеҙләгән дә кеше” (Ғ. Хөсәйенов).

Матурлыҡ ул көндәлек тормоштоң мөһим өлөшө, биҙәге. Матурлыҡ беҙҙең эргәлә: таңдағы ҡояш ҡалҡыуында, яҙғы сәскәләрҙең еҫендә, кешенең ихлас йылмайыуында, бала күҙендәге шатлыҡта.

Нисек матурлыҡты күрергә өйрәнергә? Бөгөн беҙ уны күрергә, тойорға, хатта үҙебеҙҙең ҡулдар менән булдырырға тырышабыҙ. Сәскәләр — тәбиғәт матурлығының иң сағыу күренештәренең береһе, уларға ҡарап торғанда күңел тыныслана, йөрәк шатлана. Беҙ уларҙы үҫтерәбеҙ, тәрбиәләйбеҙ — һәм улар беҙгә рәхмәт әйтеп сәскә аталар, донъябыҙҙы йәмләйҙәр.

Һеҙҙе, дуҫтар, бөгөн үҙ ҡулдарығыҙ менән үҫтергән сәскәләрҙең фотолары менән бүлешергә саҡырам. Һеҙҙең баҡсағыҙ, тәҙрә төбөгөҙ йәки балкон клумбаларығыҙ күптәргә илһам бирер. Кем үҫтергән сәскәһен күрһәтергә әҙер — комментарийҙарҙа фото менән уртаҡлашығыҙ. Һәр сәскә — айырым бер тарих, айырым бер мөхәббәт.

Матурлыҡ беҙҙең эргәлә генә түгел, ә беҙ уны үҙебеҙ ҙә булдыра алабыҙ. Ул беҙҙең ҡулдарҙа, беҙҙең ҡарашта, беҙҙең йөрәктә.

Читайте нас