

Эскелек проблемаһы йәмғиәтебеҙҙә һәр саҡ көнүҙәк булып тора. Алкоголизм һәм уны иҫкәртеү тураһында Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһының табип-наркологы Ришат Рәмил улы САРБАЕВ менән һөйләштек.
– Ришат Рәмил улы, әңгәмәне статистика менән танышыуҙан башлайыҡ.
– Тотош ил буйынса ҡараһаҡ, 980 мең кеше иҫәпкә ҡуйылған. Росстат мәғлүмәте буйынса Рәсәй, һуңғы ике йылда спиртлы эсемлектәр ҡулланыу 10 процентҡа кәмеүгә ҡарамаҫтан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу сәбәпле үлеүселәр күрһәткесе буйынса донъя кимәлендә лидерлыҡты биләй. Ейәнсура районын алһаҡ, быйыл алкоголизм диагнозы менән иҫәптән 32 кеше төшөрөлһә, 15 кеше яңынан ҡуйылды. Шулай булһа ла иҫәптә тороусылар һаны кәмей, тип әйтә алмайым. Әле бөтәһе 205 кеше, шуларҙың өсәүһе “алкоголь психозы” диагнозы менән диспансер күҙәтеүе аҫтында. Иҫәптә торған сирлеләрҙең 84-е – ҡатын-ҡыҙ.
Эскеселек тураһында мәғлүмәттең һәм профилактик эштәрҙең күп булыуына ҡарамаҫтан, ул көнүҙәк булып ҡала килә. Кемдер үҙенең эше һәм абруйын төшөрмәү өсөн беҙгә мөрәжәғәт итмәй, улар үҙҙәренең көсө менән дауахананан тыш дауаланырға тырыша. Аноним рәүештә мөрәжәғәт итеүселәр ҙә бар. Кемдәрҙелер яҡындары килтерә. Әммә кеше үҙе эскегә бәйле икәнен аңламаһа, ыңғай һөҙөмтәләр булмай.
– Алкоголизмға бәйлелеккә ниндәй йәш төркөмө нығыраҡ дусар була?
– Иҫәптә торғандарҙың күпселеге 35-62 йәштә – 104 кеше. 76 сирле 63 йәште уҙған. Шулай ҙа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәшерәктәр ҙә бар. 18-34 йәшлек 25 пациентҡа алкоголизм диагнозы ҡуйылған. Шуныһы һөйөнөслө, беҙҙең районда диспансер иҫәптә торған үҫмерҙәр юҡ. Был йәһәттән мәктәптәрҙә профилактик эш алып барабыҙ. Йыл һайын әңгәмәләр, лекциялар уҙғарабыҙ, уҡыусылар араһында тест үткәрәбеҙ. Үткән уҡыу йылында 32 бала психоактив матдәләргә тикшереү үтте. Һөҙөмтәләр уларҙа был матдәләрҙең булмауын күрһәтте.
– Иҫәптә торғандар менән ниндәй эш ҡаралған?
– Был йәһәттән беҙ “Ғаилә” үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Хроник алкоголизм менән сирләгәндәрҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы реабилитация үҙәгенә йүнәлтәбеҙ. Унда 1-2 ай һәм унан да оҙағыраҡ булып, стационар дауаланыу алалар. Сирлеләр менән шулай уҡ психологтар шөғөлләнә.
– Алкоголдең организмға кире йоғонтоһо тураһында барыһы ла белә. Ниндәй ағзалар айырыуса зыян күрә?
– Организм – ул бер бөтөн система. Шуға ла алкоголь бөтә органдарға ла тәьҫир итә. Тәү сиратта үҙәк нервы системаһы зыян күрә. Уның аҙ ғына күләме лә бөтә организм күҙәнәктәре буйлап тарала һәм мейегә эләгә. Иң хәүеф эләккән орган, әлбиттә, бауыр. Ул ҡанға килеп эләккән 95 проценттан күберәк алкоголде эшкәртә. Шуға ла спиртлы эсемлекте йыш һәм оҙаҡ ҡулланған кеше бауыр циррозына дусар була. Алкоголь иммун системаһына ла тәьҫир итеп, уның һаҡлана торған механизмын боҙа.
Спиртлы эсемлек тәьҫире арҡаһында мейелә физик һәм химик үҙгәрештәр барлыҡҡа килә – улар ныҡлы бәйлелеккә алып килә. Былар барыһы ла алкоголизмды ауыр, етди сирҙәр рәтенә индерергә булышлыҡ итә. Алкоголде ҡулланыу физик сәләмәтлеккә генә түгел, ә шәхси үҙгәрештәргә лә килтерә. Аҡыл эшмәкәрлеге боҙолоуы, хәтер насарайыуы, эмоцияларың менән идара итә алмау – ул алкоголизмдың тәүге симптомдары ғына. Әгәр ҙә кеше ваҡытында эсеүҙән туҡтамаһа, шәхестең деградацияһы һәм психик тотанаҡһыҙлығы барлыҡҡа киләсәк. Психоз (“белая горячка”) бик ҡурҡыныс, ошондай мәлдә енәйәттәр, суицидтар ҡылына. Ә эскән килеш яралған бала патология фонында тыуа. Йөклөлөктөң хәүефле үтеүе, баланың етлекмәй тыуыуы ихтимал һәм башҡалар.
– Был ауырыуҙан ҡотолоп буламы?
– Был бит бәйлелек. Ауырыу үҙенә эсеүҙән туҡтарға, һауығырға тигән маҡсат ҡуйырға тейеш. Теләк булмаһа, файҙа юҡ. Медицина учреждениеларында бындай пациенттарҙы стационар дауалауҙың файҙаһы 90 процентҡа етә. Кеше сәләмәт йәшәү рәүеше алып бара башлай, был ваҡыт ремиссия тип атала. Ул һәр кешелә төрлөсә була: бер аҙнанан бер нисә йылға тиклем һуҙылырға мөмкин. Уның хатта бер ҡасан да спиртлы эсемлек ҡулланмауы ла ихтимал. Әммә үткәндәр кире үҙенә “әйҙәһә”, ауырыу элек ҡабул ителгән дозанан да күберәк ҡабул итеүе лә бар. Шуға ла әгәр кешене эсергә теләү тойғоһо борсой башлаһа, ул мотлаҡ беҙгә килергә тейеш. Уның менән һөйләшеп, психологик яҡтан аңлатыу әңгәмәһе алып барыла. Шулай уҡ тынысландыра торған медикаменттар яҙып бирелә. Төрлө организм була. Кемгәлер әңгәмә етә, кемгәлер дарыуҙар, ә кемгәлер психотерапевтҡа барырға тура килә. Иң мөһиме, алкологизмды еңеүҙә ғаиләләге мөнәсәбәт тә ҙур роль уйнай. Рухи ярҙам, аңлау, йылы мөхит булғанда уны еңергә теләүсегә көс өҫтәлеүен оноторға түгел.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт.