Йәмғиәт Общество
14 Сентября , 05:12

Башҡортостан юлдарында водителдәрҙе күпләп тикшерәләр

Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов республика юлдарында дәүләт автоинспекцияһының сираттағы рейдтары хаҡында хәбәр итте

Фото: Владимир Севастьянов | канал в МаксФото: Владимир Севастьянов | канал в Макс
Фото: Владимир Севастьянов | канал в Макс

Владимир Севастьянов һөйләүенсә, бөгөн автомобиль юлдарының түбәндәге участкаларында водителдәрҙе тикшереү бара:

– М-5 «Урал»автомобиль юлының 1307-се, 1508-се километрҙарында, 

– Өфө-Ырымбур автомобиль юлының 6-сы, 113-сө һәм 198-се километрҙарында,

– Р-240 автомобиль юлының 101-се километрында,

– Өфө-Бөрө-Яңауыл автомобиль юлының 103-сө километрында.

"Төп маҡсат – аварияларҙы һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙы: иҫерек килеш транспорт менән идара итеүҙе, танытмаһыҙ йәки мәхрүм ителгәндән һуң машина йөрөтөүҙе, шулай уҡ балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуҙы иҫкәртеү, – тип аңлатты Севастьянов. – Үткәрелгән сараларға аңлап ҡарауығыҙҙы һорайым. Улар республика юлдарында һеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың именлегенә йүнәлтелгән".

Читайте нас