Йәмғиәт Общество
17 Сентября , 11:23

Ейәнсура ауылдарына юғары тиҙлекле интернет үткәрелә

Башҡортостанда Урал аръяғында йәшәгән 21 мең кешенең юғары тиҙлекле интернеты барлыҡҡа киләсәк

Фото: Александр Тарасов | Пресс-служба ПАО «Ростелеком» в Башкортостане»Фото: Александр Тарасов | Пресс-служба ПАО «Ростелеком» в Башкортостане»
Фото: Александр Тарасов | Пресс-служба ПАО «Ростелеком» в Башкортостане»

Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Учалы һәм Хәйбулла райондарының тағы 35 ауылы заманса оптик сүс интернетына тоташтырыласаҡ. Был хаҡта килешеүгә 16 сентябрҙә, БР һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин һәм төбәктәге «Ростелеком»дың генераль директоры Сергей Нищев ҡул ҡуйҙы.

Эштәр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Асыҡ интернет» проектының өсөнсө этабы сиктәрендә алып барыласаҡ.

Программаға бөтәһе 7,7 мең йорт хужалығы индерелгән, уларҙа 21 меңгә яҡын кеше йәшәй. Ауылдар исемлеге Урал аръяғы халҡының һәм урындағы властарҙың мөрәжәғәттәре нигеҙендә төҙөлгән.

2026 йылдың аҙағына тиклем юғары тиҙлекле интернет Ейәнсура районының Абзан, Башҡорт Үргене, Иҙәш, Күгәрсен, Сирғол ауылдарында барлыҡҡа киләсәк.

Читайте нас