Башҡортостандың тарифтар буйынса дәүләт комитеты «Газпром межрегионгаз Уфа» абоненттары өсөн «зәңгәр яғыулыҡ»тың яңыртылған ваҡлап һатыу хаҡын индерҙе.
Рәсми документтан күренеүенсә, 1 октябрҙән республика халҡы, әгәр газды плитала аш-һыу әҙерләү һәм һыу йылытыу өсөн генә тотонғанда һәм газ ҡулланыуҙың башҡа йүнәлештәре булмағанда бер кубометр өсөн 11,67 һум түләйәсәк.
Шулай уҡ яңы тарифтар плитала аш әҙерләү һәм һыу йылытыу (әгәр үҙәк эҫе һыу менән тәьмин итеү булмаһа) өсөн газ ҡабыҙылған осраҡта кубометры 10,86 һумлыҡ хаҡты күҙ уңында тота.
Бынан тыш, хәҙер күп фатирлы йорттарҙа фатирҙарҙы йылытҡанда ҡулланылған мең кубометр газ өсөн 8964,69 һум түләргә тура киләсәк.