Республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы шәмбе, 26 сентябрҙә, үтәсәк. Был хаҡта Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте. Муниципалитеттар мәғлүмәттәре буйынса, 44 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы планлаштырыла. Уларҙың 4 меңе –ирекмәндәр, 2,7 меңдән ашыуы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, ҡалғандары – халыҡ.
Өмә барышында республика буйынса 3,4 мең эре һәм 57 мең башҡа ағастар ултыртыласаҡ, 51 яңы тематик аллея булдырыласаҡ, тип хәбәр итте министр. Бынан тыш, тамыр йәймәгән 820 ағасты һәм 7,2 мең ҡыуаҡты алмаштырыу планлаштырыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров акцияларҙың береһен яңы үҫентеләргә түгел, ә ултыртылғандарҙы ҡарауға бағышларға тәҡдим итте.