Йәмғиәт Общество
16 Октября , 11:40

Шрифт, ҙурлығы, төҫө бер төрлө булырға тейеш

Башҡортостанда алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре раҫланды

Добавить в предпочтительные источники Google

Республикала «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законды үтәү маҡсатында методик тәҡдимдәр әҙерләнгән. Документта алтаҡталар, күрһәткестәр һәм рәсми документтар өсөн берҙәм талаптар билдәләнгән.

Хәҙер ойошма исемдәренән алып эш графигына тиклем бөтә мәғлүмәт ике дәүләт телендә: рус һәм башҡорт телдәрендә яҙылырға тейеш. Ике текст та йөкмәткеһе һәм күләме буйынса бер төрлө булырға тейеш: тәржемәлә ҡыҫҡартыу йәки ябайлаштырыу тыйыла.

Биҙәлеш йәһәтенән төп талап: шрифт, хәрефтәрҙең ҙурлығы, төҫө ике версия өсөн дә бер төрлө булырға тейеш. Горизонталь урынлаштырылғанда һулда – башҡортса, уңда – русса текст. Ә вертикаль урынлаштырылһа, өҫтә – башҡортса, аҫта русса текст тора.

Автоматик тәржемә сервистарына ышанырға ярамай, профессиональ лингвистар хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.