

Премьер-министр Михаил Мишустин 2027 йылда байрам һәм ял көндәре тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Яңы йылда 2 һәм 3 ғинуар шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килә. Был ял көндәре булғанлыҡтан, уларҙы 5 ноябргә һәм 31 декабргә күсерергә ҡарар ителгән. Шулай итеп, алдағы Яңы йыл каникулдары 11 көн – 2026 йылдың 31 декабренән 2027 йылдың 10 ғинуарына тиклем дауам итәсәк.
20 февралдәге (шәмбе) ял көнө 22 февралгә, дүшәмбегә, күсерелә. Шулай уҡ түбәндәге көндәр ял көндәре булып тора: 21-23 февраль, 6-8 март, 1-3 май һәм 8-10 май, 12-14 июнь, 4-7 ноябрь.
Быларҙан тыш, Башҡортостанда киләһе йылда Ураҙа байрамы – 9 март һәм Ҡорбан байрамы – 16 май ял көндәре булып тора.