-3 °С
Болотло
Быйылғы йәй ҡояшлы көндәргә һаран. Шуға күрә помидорҙарҙы ҡыҙартыу бик ауыр. Ә бит магазиндан һатып алғанды түгел, ә үҙебеҙ үҫтергәнде тиҙерәк ашағы килә.
Помидорҙар тиҙерәк ҡыҙарһын өсөн тоҙ ярҙамға килә, ти баҡсасылар, ул шулай уҡ томаттарҙы һутландыра һәм ҡоротҡостарҙан да һаҡлай.
Бүлмә температураһындағы бер күнәк һыуға бер аш ҡалағы тоҙ һәм бер стакан ағас көлө һалып, бер сәғәт төнәтергә һәм һәр төпкә ярты литр ҡойорға кәрәк.
Тоҙло һыу сөгөлдөрҙө лә балландыра. Тупраҡта натрий етешмәгәндә, сөгөлдөрҙөң япраҡтары ҡыҙара. Был осраҡта 10 литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ һалып, иретәләр һәм түтәлгә һибәләр.