Смартфон көрткә йәки күләүеккә төшһә, уны шунда уҡ алып һелкетергә һәм һүндерегә, ә өйҙә инде дым һеңдереүсе средстволар менән һөртөргә һәм гаджет менән бер тәүлек файҙаланмаҫҡа кәрәк, тип һөйләне “Мегфон”дың сервис буйынса йүнәлеше етәксеһе Никита Ефимов РИА Новостиға.
Шулай уҡ уның әйтеүенсә, смартфонды фен менән киптерергә, йәки батареяға ҡуйырға кәрәкмәй. Беренсе осраҡта һыуҙы таратасаҡһығыҙ, икенсеһендә – ҡапыл йылытыуҙан аккумулятор зыян күрәсәк.
Смартфонды ҡар араһынан алғас, уның ҡарҙан тулыһынса таҙартырға кәрәк. Бының өсөн разъемдарҙы, сим-карта слотын тикшерергә, мөмкин булһа, аккумуляторын алырға кәрәк. Ҡарҙы йомшаҡ әйберҙәр менән һөртөп алырға кәрәк, ҡаты һәм металл предметтар ҡулланырға ярамай – улар ҡоролмаға зыян килтереүе ихтимал.
Шулай уҡ гаджет тулыһынса кипкәнгә тиклем зарядкаларға ярамай – ҡарҙа реагенттар күп һәм улар электричество булғанда коррозияға килтерә, тине Ефимов.