Бөтә яңылыҡтар

Йәшелсә-емештәге химияны нисек бөтөрөргә?

Йәшелсә-емештәрҙе ныҡлап йыуһаң, нитрат һәм пестицидтарҙан таҙартырға була. Иң зарарлы өлөштәре ҡайҙа һуң уларҙың?

Йәшелсә-емештәге химияны нисек бөтөрөргә?
Йәшелсә-емештәге химияны нисек бөтөрөргә?

Йәшелсә-емештәрҙе ныҡлап йыуһаң, нитрат һәм пестицидтарҙан таҙартырға була. Иң зарарлы өлөштәре ҡайҙа һуң уларҙың?

Кәбеҫтә. Нитраттарҙың күп өлөшө кәбеҫтәнең өҫкө япраҡтарында һәм үҙәгендә була. Әрәм булһа ла, ул өлөштәрен ҡулланмағыҙ.

Картуф. Картуфта нитраттар ҡабыҡ аҫтында һәм үҙәгендә йыйыла. Шуға ла картуф бешеү менән һыуын түгегеҙ.

Ҡыяр, баклажан, ашҡабаҡ. Нитратһыҙ ҡыяр асыҡ йәшел төҫтә, ҡуйы йәшелдәре ашламаны күп ҡулланып үҫтергән ҡыярҙа була. Йәш ашҡабаҡтың ҡабығын әрсергә, иң ағыулы урынын ҡырҡырға кәрәк.

Салат, петрушка, укроп. Химия һабаҡтарында була. Ризыҡҡа өҫтәр алдынан бер сәғәт һыуҙа тотоп тороғоҙ.

Помидор. Ҡабығы ҡалын булған һайын нитраттары ла күберәк. Бешмәгән помидор алмағыҙ.

Виноград. Уларҙы оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн фунгицидтар менән эшкәртәләр. Ашар алдынан яҡшылап йыуырға кәрәк.

Ҡарбуз. Киҫелгән һәм пленкаға уралған ҡарбуздарҙы бер ҡасан да алмағыҙ. Уның нитратлы булыу-булмауын белеү өсөн түбәндәге тәжрибәне эшләп ҡарағыҙ. Ҡарбуздың йомшаҡ урынын ҡырҡып алып һыулы стаканға төшөрөгөҙ. Һыу икенсе төҫкә инһә, ашламаларҙы күп ҡулланғандар тигән һүҙ. Тоноҡ һыуға әйләнһә, тимәк, ашарға яраҡлы.

Груша һәм алма. Был емештәрҙе серемәһен, боҙолмаһын өсөн һатыуға сығарыр алдынан дифенил менән эшкәртәләр. Евросоюзда, АҠШ-та был матдә көслө канцероген һәм аллерген иҫәпләнә. Шуға ла емештәрҙе ҡабығынан әрсемәйенсә ашарға ярамай.

Кишер, редиска, сөгөлдөр. Нитраттарҙың күп өлөшө тамырында һәм һабаҡ өлөшөндә була. Бешергәндә был өлөштәрен киҫеп һалығыҙ.

Сит илдән килтерелгән йәшелсә-емеште һатып алмауығыҙ хәйерле. Сит илдәр, үҙҙәрендә ҡара тупраҡ булмағас, башлыса, химикаттар һибеп кенә йәшелсә үҫтерә. Үҙ баҡсаңда үҫтергән ризығыңа ни етә инде!

Читайте нас: