Бөтә яңылыҡтар

Картуф урынына кәбеҫтә

Баҡсасы былтыр ҡайһы урында нимә үҫтергәнегеҙҙе иҫкә төшөрөргә тәҡдим итә

Картуф урынына кәбеҫтә
Картуф урынына кәбеҫтә

Тәжрибәле баҡсасы Лилиә НУРЕТДИНОВА баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙе ҡыш тип ҡул ҡаушырып ултырмаҫҡа, ә киләһе миҙгелгә әҙерлек башларға саҡыра

Лилиә Айҙар ҡыҙының кәңәштәренә ҡолаҡ һалайыҡ:

– Йыл һайын яҙғыһын дәфтәргә баҡсамдың схемаһын һыҙып, ҡайҙа нимә ултыртҡанымды яҙып барам. Сәсеү әйләнешен теүәл күҙәткәндә, көҙгө уңыш та мулыраҡ буласаҡ, үҫемлектәр ҙә ауырыуҙарға бирешмәйәсәк, ерҙең уңдырышлығын да күтәрергә була. Бер урында йылдар дауамында бер үк культураны ултыртыу ерҙә ауырыуҙарҙың тупланыуына, ерҙең ярлыланыуына килтерә. Ә культураларҙы алмаштырып, алдан күҙҙаллаған хәлдә йыл да һау еләк-емеш, йәшелсәнең мул уңышын алырға була. Бынан тыш, сәсеү алмашыныуын алдан күҙаллау күпме орлоҡ һатып алырға, күпме үҫенте ултыртырға кәрәклеген алдан фаразларға мөмкинлек бирә.

Шулай итеп, ҙур дәфтәр алып, былтыр баҡсағыҙҙа ҡайҙа нимә сәскәнегеҙҙе хәтерләп, схема төшөрөгөҙ.

– Картуфтан һуң кәбеҫтәнең һәр төрө лә һәйбәт үҫә. Тимәк, иртә һәм һуң өлгөрә торған кәбеҫтә, кольраби һәм төҫлө кәбеҫтәнең барлыҡ төрҙәрен дә ултыртырға була.

– Кәбеҫтәнән һуң томаттар һәм ҡыяр һәйбәт үҫә.

– Помидорҙан һуң түтәлгә ҡыяр, ҡабаҡ, таш ҡабаҡ ултыртырға кәрәк.

– Быға тиклем ҡыяр үҫкән түтәлгә баклажан, борос һәм помидор ултыртырға.

– Башлы һуған фасоль, борсаҡ, торманан һуң һәйбәт үҫә.

– Ә бына башлы һуған артынан кишер утыртҡанда, уның мул уңышына, ауырыуҙарға бирешмәүенә өмөт итергә була.

– Ҡыҙыл сөгөлдөр борос үҫкән ерҙе үҙ итәсәк.

– Редисты һарымаҡ, кишер, сөгөлдөр рәттәре араһына ултыртыу ике йәшелсә өсөн дә файҙалы булмаҡсы.

– Еләк түтәлдәре тирәләй йәшел һуған, борсаҡ ултыртырға кәңәш ителә.

– Ошо кәңәштәрҙе иҫәпкә алып, дәфтәрегеҙгә схема төшөрөгөҙ. Иң мөһиме үҫемлектәрҙе 3 – 4 йыл дауамында кире үҫкән урынына ҡайтармауҙы күҙ уңында тоторға кәрәк. Бындай дәфтәр күҙәтеү алып барыу өсөн дә файҙалы. Ҡасан нимә сәселгән, ниндәй ашламалар индерелгән, күпме уңыш алынған. Быларҙың барыһы ла баҡсасы өсөн бик мөһим. Орлоҡтарға, ашламаға сарыф ителгән сығымдарҙы ла иҫәпләп барһағыҙ, һуңынан баҡсаның нисә һумға төшөүен иҫәпләүе ҡыҙығыраҡ буласаҡ, – ти тәжрибәле баҡсасы.

Фото: pics.botanichka.ru

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/ba-sa/2020-01-14/ba-sasylar-kil-e-mi-gel-etep-kil-638998

Читайте нас: