Бөтә яңылыҡтар

Йәйгеһен ҡыяр ашап ҡалығыҙ, файҙаһы ҙур

Ҡыяр 95 процент һыуҙан тора, был йылдың йылы осоронда организм өсөн бик яҡшы һыу сығанағы булып тора. Йәшелсә калийға бай, ул организмды шешенеүгә һәм юғары ҡан баҫымына килтерә торған натрийҙы сығарырға ярҙам итә.

Шуға күрә лә ҡыярҙы көн һайын ҡулланырға була, ул ябығырға булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, шулай уҡ дезинтоксикацион һөҙөмтәгә лә эйә. Улар ярҙамында токсиндар организмдан нығыраҡ йыуыла, был тире һәм сәстең торошон яҡшырта.

Ә ҡыярҙарҙы даими ҡулланыу эс ҡатыуҙы профилактикалауҙы тәьмин итә.


Быларҙан тыш, был йәшелсә ауыҙ эсен тәмһеҙ еҫтәрҙән бөтөрә, сөнки бактерияларға ҡаршы үҙенсәлеккә эйә.

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: