Табип-реабилитолог Сергей Агапкин һәм табип-кардиолог Альфред Богданов эҫелә иң файҙалы эсемлектәр тураһында һөйләне. “Россия1” каналындағы “Иң мөһиме тураһында” программаһында улар эҫе көндәрҙә томат һуты һәм минераль һыу эсергә кәңәш итте.
“Беҙ һәр ваҡыт, тоҙ – ул насар һәм зыянлы, тибеҙ, әммә беҙ эҫегә ҡаршы көрәшкәндә күҙ уңындда тотолорға тейешле икенсе төп проблема – электорлиттарҙы юғалтыу”, – тип аңлатты Богданов. Белгес әйтеүенсә, томат һутындағы тоҙ электролиттарҙы тулуландыра, ә һут үҙе һыуһынды ҡандыра.
Агапкин эҫелә шулай уҡ минераль һыу эсергә тәҡдим итте. Доктор белдереүенсә, был эсемлектә минераль тоҙҙар бар һәм ул ябай һыу эсергә яртамаған кешеләрҙең күңеленә ятырға мөмкин.
Быларҙан тыш, табиптар йәйен бөтнөк (мята) һалынған эсемлектәр ҡулланыу яҡшы, тип иҫәпләй. Бер нисә бөтнөк япрағы һалынған һыу ябай һыуға ҡарағанда яҡшыраҡ һыуһынды ҡандыра, тип билдәләне Агапкин. Богданов иһә бөтнөк үләнендә файҙалы эфир майҙары күп булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.