Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ дауаһы

Туңдырылған алманың файҙаһы

Халыҡ дауаһы
Халыҡ дауаһы

Радикулит

8-10 бөртөк ҡомалаҡ сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп төнәтергә. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр ҡалаҡ эсергә. Һыҙланыу баҫыласаҡ. Ҡомалаҡ менән дауаланғанда ул сағыу йәшел (өлгөрөп етмәгән), йәки һарғайған йә һоро төҫтә булырға тейеш түгел. Шулай уҡ саманы белеп кенә дауаланырға, сөнки ҡомалаҡ ағыулы үҫемлек һәм күп ҡулланғанда тын ҡыҫылыуы, йөрәк ауыртыуы, күңел болғаныуы, баш ауырыуы ихтимал.

Геморрой

3 ҡалаҡ ваҡлап киптерелгән меңьяпраҡҡа 0,5 литр ҡайнар һыу ҡойорға. Төнәтмәнең ауыҙын ҡапҡас һәм салфетка менән ҡапларға. 1 сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә. Теләк буйынса төнәтмәгә 2 балғалаҡ шәкәр ҡушырға мөмкин. Өс көн дауамында берәр стакан эсергә - иртәнге аштан бер сәғәт алда һәм йоҡлар алдынан. Кәрәк булғанда, дауаланыуҙы йылына 3-4 тапҡыр ҡабатларға була. Шулай уҡ меңьяпраҡты ит турағыстан үткәреп һутын һығырға һәм шуға 1:1 нисбәтендә бал ҡушып, көнөнә 3 тапҡыр 1-әр балғалаҡ эсергә мөмкин. Был рәүешле 1 ай дауаланырға кәрәк. Был осорҙа тоҙло, әсе һәм әсегән ризыҡтарҙы ашамаҫҡа.

Аллергия

Ялан туҡранбашынан сәй аллергияны дауалауҙа бик файҙалы. Ул иммунитетты күтәрә, елһенеүҙәрҙе бөтөрә һәм тынысландыра. Ялан туҡранбашының ваҡланған япраҡтарына йәки сәскәһенә 1 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә. Шунан һөҙөргә һәм ашарҙан алда көнөнә 4 тапҡыр балаларға 1-әр ҡалаҡ, өлкәндәргә сирек стакан эсергә.

Шулай уҡ үләнде сәйгә, компотҡа, ҡәһүәгә, хатта йәшелсә аштарына ҡушырға мөмкин.

Халыҡ дауаһында туңдырылған йәшел алмалар ярҙамында аллергияны дауалау осраҡтары билдәле. Нәҡ йәшел алма сортын ғына ҡулланырға кәрәк, бешмәгән емеште түгел. Уларҙы туңдырырға һәм күпме теләйһең, шул тиклем ашарға була. Көнөнә бер туң алма булһа ла ашарға һәм ике аҙнанан ашыу шулай дауаланырға. Тамаҡҡа теймәһен өсөн алманы һыуытҡыстан алып һыу ҡойолған һауытҡа һалырға һәм ул бүлмә температураһында йылынғас, ашарға.

(“Киске Өфө”нән)

Читайте нас: