Бөтә яңылыҡтар

Ә бит беҙ уларҙы ташлайбыҙ...

Шифалы һабаҡтар

Ә бит беҙ уларҙы ташлайбыҙ...
Ә бит беҙ уларҙы ташлайбыҙ...

Баҡсаларҙа тулып ултырған йәшелсә һабаҡтарының файҙаһы тураһында.

Ғәҙәттә, беҙ уларҙы ташлайбыҙ. Ләкин йәшелсә һабаҡтарының беҙ белеп етмәгән серҙәре - шифалы үҙенсәлектәре бар. Мәҫәлән, редис һабағын йыуып, киптереп, онтаҡлап алһаң, аяҡтағы бәшмәк сиренә ҡаршы бына тигән дауа сараһы килеп сыға. Был онтаҡты даими рәүештә сирле урындарға һибеп торһаң, бер-ике аҙнанан бәшмәктән ҡотолорға була. Онтаҡты йым ябылған ҡоро банкала һаҡлағыҙ.

Ә бына кишер һабаҡтары геморройға ҡаршы уңышлы сара. Ваҡлап киптерелгән 1 стакан онтаҡты 200 мл ҡайнар һыуҙа 1 сәғәт тотҡас, һөҙөп, көн оҙоно йотомлап эсеп бөтөргә. Бынан тыш, ошо төнәтмәлә сылатылған тампонды төнгөлөккә геморрой яраһына ҡуйырға. Көн һайын шулай эшләгәндә, геморройҙың эҙе лә ҡалмаҫ.

Кишер һабағы төнәтмәһенә петрушка япраҡтары ҡушып төнәтелгән шифаны эсеп, циститты ла еңергә була. Бер тотам кишер һабағын ярты литр һыуҙа 10 минут ҡайнатып эсеү ҙә файҙа бирә. Бер-ике тотам һабаҡты 1 литр ҡайнар һыуҙа 30-40 минут төнәтеп, көнө буйы сикләүһеҙ эсеү аналыҡтан ҡан килеүҙе туҡтата. Көн һайын йылы ванна йә мунсанан һуң кишер һабағын күп һалып әҙерләнгән ҡайнатмала сылатып, эс аҫтына компресс эшләп һәм уны иртәнсәккә тиклем тотҡанда, был бөйөр һәм бәүел ҡыуығынан таш һәм ҡомдо ҡыуҙыра.

Полиартрит менән яфаланғанда ла кишер һабағы ярҙамға килә, уның төнәтмәһендә сылатылған компресты 1:1 нисбәтендә һуған менән сиратлатып та һыҙлаған урынға ябырға була. Был юл менән дауаланыу һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрһә лә, сирҙе еңер һәм онотор өсөн бөтөн түҙемлекте тупларға кәрәк буласаҡ.

Сөгөлдөр һабағы ла ифрат шифалы. Унда аскорбин һәм фолий кислоталары, В1, В2, Р, РР, тимер, калий, магний һәм йод бар. С витамины һабаҡта сөгөлдөрҙөң үҙенә ҡарағанда бер нисә тапҡырға күберәк. Бына шуның өсөн дә сөгөлдөр һабағын даими ҡулланыу шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары, аҙ ҡанлылыҡ һәм ҡалҡан биҙе сирҙәренән ярҙамға килә. Сөгөлдөр япраҡтарын турама, борщ, кәтлиттәргә ҡушырға, унан голубцы, ҡоймаҡ, хатта бәлеш бешерергә мөмкин. Сөгөлдөр һабаҡтарын киптерергә, тоҙларға, консерваларға мөмкин. Сөгөлдөр япрағын ыуалап, маңлайға, сикәләргә баҫыу баш ауыртыуын, ә төйгөсләп иҙелгән япраҡтарынан сылатма күҙҙәрҙең елһенеүен бөтөрә.

Һипкелдәр һәм пигмент таптарҙы бөтөрөү өсөн дә алдан сода иретмәһе һөртөлгән тирегә ваҡланған сөгөлдөр япраҡтары һалып тотоу һөҙөмтә бирә. Ә инде киптереп ваҡланған 1 ҡалаҡ һабаҡ һәм япраҡтарҙы бер стакан ҡайнар һыуға һалып, 2-3 минут һүрән генә утта ҡайнатып алғас, уны тигеҙ өлөштәргә бүлеп, көнөнә 4 тапҡыр эсеү эс ҡатыуҙан ҡотолдора. Сәләмәт булығыҙ!

"Киске Өфө" гәзитенән.

Читайте нас: