Бөтә яңылыҡтар

Бал һәм корица пастаһы

Ул холестеринды кәметә, инфаркттан һаҡлай, тын алыуҙы яҡшырта, йөрәк мускулын нығыта, шулай уҡ ҡартайыуҙы иҫкәртә

Бал һәм корица пастаһы
Бал һәм корица пастаһы

Көн һайын иртән бал һәм корицанан эшләнгән пастаны икмәккә һылап ашағыҙ.

– Күптән түгел үткәрелгән тикшеренеүҙәр корица һәм бал ҡатнашмаһын ашаған кешеләрҙең иғтибарлыраҡ, хәрәкәтсәнерәк булыуын, шулай уҡ хәлһеҙлекте бөтөрөүен асыҡлаған.

– Көн һайын иртәле-кисле 2 ҡалаҡ балға 1 балғалаҡ корица һалынған ҡатнашманы 1 сынаяҡ йылы һыуға һалып эсһәгеҙ, артриттан ҡотолорһоғоҙ.

– 2 ҡалаҡ бал һәм 3 балғалаҡ корицаны 2 стакан йылы һыуға һалып ҡабул итһәгеҙ, 2 сәғәт дауамында ҡандағы холестерин 10 процентҡа кәмейәсәк. Көн һайын балдың үҙен генә ашағандарҙың да холестерины нормалләшә.

– Бал һәм корица ҡатнашмаһы иммунитетты нығыта, бактерия һәм вирустарҙан һаҡлай. Бәүел ҡыуығындағы микробтарҙы ла юҡ итә. Экзема, бәшмәк кеүек башҡа тире ауырыуҙарын да дауалай. Бының өсөн ҡатнашманы сирле тирегә һөртөргә кәрәк. Һытҡыны ла бөтөрә. Бөжәк тешләгән урынға һөртөү ҙә килешә.

– Сәсегеҙ ҡойолһа, 1 ҡалаҡ бал, 1 балғалаҡ корица һәм зәйтүн майынан ҡатнашманы баш тиреһенә һөртөгөҙ. 15 минуттан йыуығыҙ.

– 2 ҡалаҡ балға ҡушылған корица ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, уның әселеген кәметә һәм иң ауыр һаналған аҙыҡты эшкәртергә, хатта сей яраны дауаларға, шулай уҡ эстәге газдан ҡотолорға ярҙам итә.

– 1 балғалаҡ корица һәм 5 балғалаҡ бал ҡатнашмаһын ауыртҡан тешкә һалһаң, һыҙлауы кәмей. Бал һәм корица һалынған йылы һыу менән сайҡатһаң, ауыҙҙан еҫ килмәй.

– Бер тигеҙ нисбәттәге бал һәм корица ҡатнашмаһы һаңғыраулыҡты ла дауалай. Шулай уҡ һыуыҡ тейгәндә, киҙеү ваҡытында, тымау тейгәндә, йүткергәндә файҙаһы ҙур.

– 1 ҡалаҡ балға 1 балғалаҡ корица ҡушылған ҡатнашманы ай дауамында көнөнә 3 тапҡыр ашап, яман шеште дауаларға мөмкин. 3 стакан һыуға 1 балғалаҡ корица, 4 ҡалаҡ бал һалынған сәйҙе даими эскән осраҡта тире оҙағыраҡ йәш һаҡлана.

"Киске Өфө" гәзитенән.

Читайте нас: