Бөтә яңылыҡтар

10 млн һум отҡан пенсионерка лотереяла еңеү сере менән уртаҡлаша

.

Ауыл ерендә йәшәгән хаҡлы ялдағы ҡатын ҡыҙы менән ҡалаға барғас, лотерея һатҡан нөктәләрҙе күрә һәм, бәхетен һынап ҡарарға булып, бер нисә билет һатып ала. Зәбиҙә Ярулла ҡыҙы әйтеүенсә, ул лотерея билеттарын бик һирәк ала. Бер ҙә отҡаны булмағас, был юлы ла отормон тип уйламай. - Бер ниндәй ҙә тактика ҡулланмайым, миңә бары тик уңыш йылмайҙы, - ти ул. Отҡан аҡсаһына Зәбиҙә апай фатир һатып алырға хыяллана.  

 

Автор:Айгул Клысбаева
Читайте нас: