-3 °С
Болотло
1. Тупраҡҡа сығарып ултыртырға 2-3 көн ҡалғас, үҫентеләрҙең аҫҡы 2-3 япрағын ҡырҡығыҙ.
2. Күсереп ултыртҡанда соҡорға бер аҙ ағас көлө һалыу мөһим.
3. Үҫентеләр тиҙ уңыш бирһен өсөн, сәскә атканда бор кислотаһы менән ҡойондороғоҙ (10 литр һыуға 5 г иҫәбенән).
4. Үҫентеләрҙең тиҙ һәм ныҡлы үҫеше өсөн йод ҡатнашмаһы һибегеҙ. Бының өсөн 3 литр һыуға 1 тамсы йод тамыҙығыҙ.
Йодтың шулай уҡ помидорҙарҙы фитофторанан һаҡлай торған үҙенсәлеге лә бар. Бының өсөн бары бер нисә тамсы йод һәм 250 мл һөт кәрәк. Шуларҙы 1 л һыу менән ҡушып болғатығыҙ һәм помидорҙарға һибегеҙ.