Белгес йәйгеһен мул уңыш менән ҡыуандырһын өсөн ҡарағат ҡыуаҡтары аҫтына ниндәй ашлама индерергә кәрәклеге тураһында һөйләне. Ҡарағат емештәре эре һәм татлы булып үҫһен өсөн һәр йортта табырға мөмкин булған арзанлы сара ярҙам итәсәк.
Агроном Ксения Давыдова әйтеүенсә, ҡарағатты азотлы состав менән туҡландырырға кәрәкк. Был үҫентеләрҙе йәнләндерәсәк, артабан йәшел массаны арттырыуға булышлыҡ итәсәк һәм ахыр сиктә уңышҡа ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Ашлама әҙерләү өсөн 10 литр йылы һыуға 40 мл нашатыр спирты ҡушып болғатырға. Составты ҡыуаҡтарҙың төбөнә ҡойорға кәрәк. Ашлағандан һуң кипмәһен өсөн тупраҡ менән күмергә.
Бынан тыш, ҡарағат ҡыуаҡтарына өҫтән ҡойорға ла мөмкин. Бының өсөн 10 литр йылы һыуға 20 мл нашатыр спирты өҫтәргә кәрәк. Болотло көндә йәки кис эшкәртеү зарур.