Телефон доверия МВД по РБ – 8 (347) 279-32-92
Бөтә яңылыҡтар

Рак ауырыуына ҡаршы торорлоҡ спиртһыҙ төнәтмә әҙерләгеҙ

Был рецепт менән 40 йыл элек үҙем дауаландым, һыу менән әҙерләнә, бик тә файҙалы. 100 % ярҙам итә торған рецепт тураһында яҙманы үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!

Миңә 40 йылдар элек ҙур һорау менән ошо сирҙе ҡуйҙылар. Нәҡ ошо төнәтмә ярҙамы менән терелдем мин. Был төнәтмә гайморитты, гепатитты, ашҡаҙан ауырыуҙарын: изжога, язваны, гастритты, үпкә сирҙәрен, эсәктәге полина, ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙарын ла дауалай.

200 гр чага,

50 гр меңъяпраҡ – тысячелистник,

50 гр. ҡарағай бөрөһө,

50 гр. әлморон – шиповник,

50 гр. әсе әрем.

Ошо үләндәрҙе 3 л. ҡайнаған һыуға һалып, әкрен утта 2 сәғ ҡайнатырға, һуңынан яҡшылап төрөп, 24 сәғ тоторға, һуңынан һөҙәбеҙ һәм тағы ла шуға:

200 гр. алое һуты, 500 гр. яҡшы бал һалып, ныҡлы төрөп, тағы 7 көн тотабыҙ. 7 көндән һуң төнәтмәбеҙ әҙер була. Ул башта 1 сәй ҡалағы, ашарға 2 сәғ ҡала эсәбеҙ. Ашауҙан ике сәғәт алда 1 аш ҡалағы менән 3 тапҡыр эсәбеҙ. Төнәтмәне банкала бөткәнсе эсергә кәрәк. Шуның менән бергә анализ биреп ҡырыйһыҙ. Был рецепт оло әбейемдән ҡалған. Әбейем дә үләндәр менән гомере кеше менән дауаланы.

ГӨЛНУР МОСТАФИНА.

ВРАЧ-ОНКОЛОГТАР менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!!!

Автор: Альмира Аюпова
Читайте нас