Алоэ һәм бал бик күп файҙалы һәм туҡлыҡлы үҙенсәлектәргә эйә, ә лимон — организмыбыҙҙы иң шәп таҙартҡысы. Алоэ һаулығыбыҙ өсөн иң шифалы үҫемлектәрҙең береһе, ул күп ауырыуҙар менән көрәшергә ярҙам итә. Шуға күрә өйөгөҙҙә мотлаҡ бер-ике һауыт алоэ үҫтерегеҙ.
Был ҡатнашма колит, язва, яман шештәрҙең үҫешен тотҡарлай һәм профилактикалай. Артрит менән көрәшә, ашҡаҙан-эсәк трактының ялҡынһыныуын бөтөрә, шәкәр, холестериндан ярҙам итә, ҡан баҫымын яйға һала, тәнде таҙарта. Бөйөрҙә таш барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Стрестан һаҡлай. Тиреләге яраларҙы тиҙ дауаларға ярҙам итә. Организмыбыҙ күҙәнәктәрен тергеҙә. Эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта, тымауҙы бөтөрә, иммунитетты нығыта.
Әҙерләү
1/4 литр бал; 4 алоэ япрағы (ҙур булһын япраҡтар); 2 лимон (йәки лайм) ҡабығы менән китәсәк. Алоэның һутын һығып сығарығыҙ. Йыуылған лимондарҙы ит турағыс аша үткәрегеҙ йәки блендерҙа ваҡлағыҙ. Артабан өсөһөн бергә ҡушып, ныҡ итеп болғатығыҙ (блендерҙа ла була).
Ҡатнашманы быяла банкаға һалып алығыҙ. Уны һыуытҡыста һаҡлайбыҙ. Һаҡлау ваҡыты – 1 ай.