Әрем майы

Сүп үләндәре менән көрәшкәндә уларҙың күптәре һаулыҡ өсөн файҙалы икәнен онотмағыҙ. Мәҫәлән, әрем.

"Бер йылды йығылып, ҡулымды беләҙектән һәм иңбашымды ауырттырған инем. Байрам ваҡыты ине, дауаханаға барып торманым, бөтөр,тип йөрөнөм. Бөтмәне. Йәй еткәс, әрем майы яһап, иртән дә, кисен дә һыланым да һыланым. Бына шуның файҙаһын күрҙем", - ти Рәүиә апай.

Ул уҡлау менән эшләй алмай, өҫ кейемдәрен кейеү ҙә үҙе бер һынау бүла. "Әрем майы ярҙам итте, рәхмәт төшкөрө", ти ул.

Ә әрем майын нисек яһарға һуң?

 2 литр банкаға тығыҙ итмәйенсә генә ваҡланған әремде һалып, уны ҡапларлыҡ итеп, көнбағыш майы һалырға. Уны 21 көнгә ҡараңғы урынға ҡуйырға.

Әрем май арҡа, ҡул,аяҡ һыҙлағандан, ауыртыныуҙан ярҙам итә. 

Аллергия булған урындарға ла һөртөргә була.

Автор:Альмира Аюпова
Читайте нас