

Скумбрия - В12 витаминына бик бай балыҡ. Был витаминдың организмда етешмәүе деменция һәм башҡа хәтер менән бәйле сирҙәр үҫеше хәүефен яҡынса 40%-ҡа арттыра
В12 витаминының төп сығанаҡтарының береһе тап скумбрия булып тора. Мәҫәлән, горбушала был витамин скумбрияға ҡарағанда дүрт тапҡырға тиерлек аҙыраҡ.
Шулай уҡ скумбрия Омега-3 май кислоталарына бай. Улар атеросклерозды иҫкәртеүгә булышлыҡ итә, ҡан тамырҙарының торошон яҡшырта һәм күҙәнәк мембраналарының эшмәкәрлеген нығыта .
Рационығыҙға скумбрияны даими индереү баш мейеһе, йөрәк һәм ҡан тамырҙары һаулығын һаҡларға ярҙам итә ала.